Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Дмитрий Маликовтың «Музыка дәрестәре»
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 01 март 2013
Дмитрий Маликовтың «Музыка дәрестәре»
27 февраль Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се һанлы музыкаль мәктәптең концерт залында һәм 28 февраль Өфөнөң «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайында Волга буйы федераль округында эшләп килгән социаль уҡытыу проекты – билдәле рәсәй эстрада йырсыһы, композитор, пианист, РФ-ның халыҡ артисы Дмитрий Маликов музыка һәм сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары өсөн мастер-класс үткәрҙе. Уның маҡсаты – балаларҙа музыка мәктәптәрендә классик инструменттарҙа шөғөлләнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Дмитрий Юрьевич 35 ҡалала мастер-класс үткәрергә планлаштыра, әле 15 ҡалала булған.
«Музыка дәрестәре» – үҙе бер сағыу тамаша, унда классик музыка ла, эстрада йырҙары ла яңғырай, үҙенсәлекле анимацион фильм да күрһәтелә, ижади мөхиттә аралашыу ҙа йыр-моң менән үрелеп бара. Ҡатнашыусылар йырсы башҡарыуында йырҙар тыңлап та кинәнде.
БР Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Дмитрий Маликовҡа тәрбиәүи проект өсөн рәхмәт әйтте һәм милли брендтар – ҡурай менән бал бүләк итте. Артист үҙ сиратында Урта махсус музыкаль колледжға тауыш яҙҙырыу студияһына сертификат тапшырҙы. Автор: Ләйлә Ишморатова, БР Мәҙәниәт министрлығының мәғлүмәт хеҙмәткәре
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө