Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
"Донъя биләмәһе"
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
"Донъя биләмәһе"
Фәйзи Ғәскәров исемендәге башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле cығыш яһаясаҡ сираттағы фестиваль шулай атала. Халыҡ-ара сара 14-17 августа Калининград ҡалаһында үтә. Рәсәй, Әрмәнстан, Испания, Малайзия, Украина, Япония илдәренең бейеү коллективтарын бер майҙанға йыйған сараның маҡсаты милләт-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, мәҙәни тәжрибә уртаҡлашыу.
Данлыҡлы ансамбль бейеүселәре сираттағы фестивалгә ентекле әҙерләнә. Ижади коллектив халыҡ-ара бейеү байрамына тик башҡорт халыҡ бейеүҙәрен генә алып бармаҡсы. Төп маҡсат милли хореография аша халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, ижады менән таныштырыу. Әле артистар бейеү хәрәкәттәрен нығыта, оркестр музыка ҡоралдарын көйләй.
Фәйзи Ғәскәров халҡыбыҙҙың бейеү сәнғәтен түкмәй-сәсмәй һаҡлап, камиллаштырып, сәнғәт юғарылығына күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Ижади коллектив бөгөн дә ошо аманатҡа тоғро ҡала. Һуңғы йылдарҙа ансамбль йәшәрә, яңы исемдәр, бейеүҙәр өҫтәлә. Әммә данлыҡлы хореограф ҡуйған бейеүҙәр мәңгелек, улар яратып бейелә. Калининградта үтәсәк фестивалдә лә ансамбль башҡорт балетмейстерының бейеүҙәрен тәҡдим итәсәк.
«Ғәскәровсылар»ҙың һәр хәрәкәтенә ҡатын-ҡыҙҙарға хас һығылмалылыҡ, ир-егеттәргә хас ҡыйыулыҡ, саялыҡ һалынған. Сәхнә оҫталары һәр бейеүҙе бәләкәй тамаша итеп ҡабул итә.
Тәжрибәле ансамбль сәнғәткә һөйөүҙе бейеү аша һала. Халҡыбыҙҙың рухи мираҫын, башҡорт бейеүҙәрен киләһе фестивалдә лә юғары кимәлдә күрһәтеүҙәренә шик юҡ.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө