Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Донъя фоторәссамдары – Башҡортостанда
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Донъя фоторәссамдары – Башҡортостанда
“Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт” халыҡ-ара акцияһы төрлө илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән фоторәссамдарҙы 24-се тапҡыр йыйҙы. Быйыл ул Мәҙәниәт йылына арналды.
Акция “Ер планетаһы, беҙ – һинең балаларың” фотофестивален, төньяҡ-көнсығыш райондар буйлап фототурҙы үҙ эсенә алды. Сарала ҡатнашыусылар фотоға төшөрөү темаһын һәм объекттарын һайлап, дүрт төркөмгә бүленде. Ике көн эсендә улар баш ҡаланың күп кенә иҫтәлекле урындарында булды. Республика буйынса уларҙың маршруты Балаҡатай, Ҡыйғы, Дыуан һәм Салауат райондарынан үтте.
Ҡыйғы районында сәйәхәтселәр Йыланлы ауыл мәҙәниәт йортонда, үҫмерҙәр өсөн приютта булды. Ибрайҙа “Һомай” фольклор ансамбле менән таныштылар, “Маяҡ” лагерында ҡыҙыҡлы кисәлә ҡатнаштылар. Иртәгәһенә ҡунаҡтар Дүшәмбикә ауылында “Һыу башлатыу” йолаһын ҡараны. Абзайҙа быйма баҫыу оҫтаһы С. Мәхмүтов менән осраштылар.
– Башҡортостандың хозур тәбиғәте таң ҡалдырҙы: йәшел урмандар, сәскәле болондар, ҡунаҡсыл халыҡ. Ағайым Навид Хади Башҡортостанға икенсе тапҡыр килде. Тәүге сәфәренән һуң “Бал тәме – һөйөүҙең хуш еҫе” тигән китабы донъя күрҙе. Өфөлә уның фотокүргәҙмәһе асылды, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ирандан килгән Р. Борзук.
– Ике көн эсендә бай материал тупланыҡ. Сит ил фоторәссамдары үҙҙәренең һүрәттәре аша ватандаштарына Башҡортостан тураһында мәғлүмәт еткерәсәк. ШОС һәм БРИКС саммиттарына ҡарата иң яҡшы фотолар төрлө телдәрҙә донъя күргән фотоальбомдарҙа баҫыласаҡ, – тине төркөмдөң етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Килмәмәтов.
Дыуан районында Йүрүҙән йылғаһы ярында командаларҙың береһе “Мәңгелек саҡырыу” ("Вечный зов") фильмы төшөрөлгән урындарҙан үтергә теләне. Әммә һауа торошо шарттары Сабаҡай ҡаяһын, бөтөп барған Ҡалмаш, Бурцевка һәм Ежовка ауылдарын күрергә мөмкинлек бирмәне.
– Пейзаждар йыш ҡына оҡшаш була, – ти Навид Хади. – Ошо райондағы тәбиғәт күренештәре Мичиганды хәтерләтте. Хатта йылғаның ҡултығы ла шундағы кеүек. Әммә бер ерҙә лә бындай сыңлап торған тынлыҡты ишеткәнем булманы. Был – һеҙҙең мөғжизә, ожмах!
Балаҡатай районында фоторәссамдар урындағы хакимиәт башлығы Павел Мехоношин менән осрашты. Башта ҡунаҡтар тимерлек цехына юлланды, унан һуң Михайло-Архангел ҡорамында булды. Артабан Ямаш, Нөгөш, Ҡарлыхан ауылдарына юл алды.
Ҡунаҡтар Билән ауылында ойошторолған Өфө йылғаһы буйы башҡорттары йыйынында ҡатнашты. Бында улар башҡорт мәҙәниәте, башҡорт тирмәһе менән танышты, фольклор ансамблдәренең сығышын ҡараны.
Салауат районында сәйәхәтселәр Салауат Юлаевтың музейында, “Ҡорғаҙаҡ” шишмәһендә, “Янғантау” шифаханаһында булды.
Ойоштороу комитеты “Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт-2014” акцияһының иң яҡшы фоторәссамын билдәләне. Был исемгә “Республика Башкортостан” гәзитенең фотохәбәрсеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Рәйеф Баҙыҡов лайыҡ булды. Уға Рәсәй Фоторәссамдар союзының дипломы һәм иҫтәлекле миҙалы тапшырылды.
Автор: Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Бүздәк районындағы китапхана Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтәсәк
Йома, 31 январь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө