Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Донъя сыңы”
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
“Донъя сыңы”
Миңлеғәфүр Зәйнетдинов - Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының уникаль солисы, ҡумыҙсы. Ул Республикала донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы тигән исемде йөрөткән берҙән-бер музыкант. Уның ҡулында башҡорт ҡумыҙы ғына түгел, ә япон, филиппин, яҡут һәм башҡа халыҡ ҡумыҙҙары ла йәнләнә һәм тирә-яҡты илаһи моңға күмә.
Миңлеғәфүр Зәйнетдинов башҡорт ҡумыҙын донъяның байтаҡ илдәрендә танытыуға күп көс һала. Германияла уҙғарылған ҡумыҙсылар фестивалендә башҡорт халыҡ көйҙәрен ағас ҡумыҙҙа һәм ҡурайҙа оҫта башҡарып, ҡумыҙ сәнғәтен донъя кимәлендә үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн дипломға лайыҡ була. Халыҡ-ара кимәлдә уҙғарылған конкурстарҙа, фестивалдәрҙә уның оҫталығын, маһирлығын һәр ваҡыт юғары баһалайҙар. Норвегиялағы ҡумыҙсыларҙың Халыҡ-ара фестивале дипломанты, Австралиялағы ҡумыҙсыларҙың Халыҡ-ара фестивале, Бөйөк еңеүҙең 65 йыллығына арналған “Еңеү салюты” тип аталған Бөтә Рәсәй фестивале, “Полбек” тип аталған төрөк халыҡтарының төбәк-ара фольклор фестивале (Хакасия) һәм башҡа ҙур кимәлдәге конкурс-фестивалдәр лауреаты.
Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ташып торған ижад ҡомарына һоҡланырлыҡ. Филармонияның “Риүәйәт” фольклор ансамбле составында Республикабыҙҙың район-ҡалалары мәктәптәрендә сығыш яһап йәш быуында музыка сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа, уларҙы эстетик тәрбиәләүҙә әүҙем эшләй ул.
Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың “Донъя сыңы” тип аталған концерты донъя халыҡтарының иҫ киткес моңона мансылған тамаша. Концертта япон, яҡут, филиппин халыҡтары ҡумыҙы яңғыраясаҡ. Шулай уҡ Һеҙҙе Стәрлетамаҡ бейеү театры нәзәкәтле, гүзәл бейеү донъяһына алып китер. Римма Амангилдина, Рэм Гәрәев, Алия Нурғәлиеваларҙың да сығыштары көтөлә. Күркәм йыр-моң тамашаһына рәхим итегеҙ, дуҫтар!
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө