“Донъяларҙың, гүйә, серен беләм...”

“Донъяларҙың, гүйә, серен беләм...”
“Тәнзилә Хисамова тыуҙырған образдарҙың барыһы ла – “Сәхнә – ғүмер ул” тигән фәлсәфәне асыу, ролде классик уйнау, тәрәндән әҙәмдең күңел хисен, михнәт-шатлыҡтарын тетрәндереп вә кәүҙә­ләндереп күрһәтә белеүҙең ғәжәйеп шәп өлгөһө ул. Сәхнәлә кемде генә, ниндәй генә милләт вәкилен уйнамаһын, Тәнзилә Хисамова – Хоҙайҙан һәләтле, оло исемле драматик рәссам, ниндәй генә ҡатлам бисәһенең фиғелен кәүҙәләндермәһен, ул – актриса-шәхес. Ул – күңел тулҡындарының матур булмышын һоҡланғыс, ихлас аса белеү маһиры. Артыҡ ҡыла­ныу, ышандырырға тырышып уйнайым тип уйнау уға ят. Сере – күңел күҙе тәрәнлегендә, күҙҙә­рендә. Сәхнәлә уның һүҙҙәренән элек күҙҙәрен күреү, илағанынан алда өнһөҙлөгөн ишетеү кәрәк. Уның аһ тигәненән үлән көйөрҙәй, ә хәсрәте – сабыр сат­нарҙай. Шатланғанда, гүйә, һәр кемдең итәгенә ҡояш килеп ятҡандай. Ә миллилеге, сәнғәтенең халыҡ­санлығы, күңел түрҙәренә йәһәт үтеп инеүенең хаҡ билдәләре ки – сәхнәгә килеп сыҡҡас та тамаша­сының бер талай тын алмай уға ҡарап тороуында. Тамашасының уны тыңлай-тыңлай, ишетеү зауығын ҡандырып, моңға тирбәлеп ултырыуы – актрисаның яһалма телдә түгел, ә үҙ туған телендә, тел күркәм­леген, йән күркәмлеген башҡортса балҡыта беле­үендә. Уның сәнғәте – “Мәҙәниәт миллилегендә мәҙә­ниәт” тигәнгә өлгө. Ижадсы, алмағас һымаҡ, үҙ тупрағында һутлана, емеш бирә тигән хәҡиҡәтте раҫлай уның тормошо. Күк торнаҡай ҡайтҡанда уның бейеүен ҡарарға барғандай, Тәнзиләне ҡарар өсөн килә театрға бәғзе берәү. Уны күреп күңелен, зиһенен ағарта, зауыҡ, нескә тойомон ҡандыра”, – тип яҙғайны бынан байтаҡ йыл элек ғалимә һәм сәсәниә Розалия Солтангәрәева.
Был һүҙҙәрҙең хаҡлығына, асылына Тәнзилә Хи­самованың бер нисә сәхнә образы менән танышҡас уҡ төшөнәһең. Мәҫәлән, “Нәркәс” (И. Йомағолов, режиссеры – И. Ғиләжев) мелоромантик трагедия­һынан Зөмрәтте генә алайыҡ: сәхнә төпкөлөнән берсә сәйер, берсә үтә таныш тәбиғи өн-ауаздар менән – ел иҫеүен дә, ҡыҙ баланың үҙәк өҙгөс сеңләүен дә, йөрәк һыҡрауын, сүл бүреһе олоған тауышты ла, күңел рәнйешен дә, еңелмәҫ рух аһәңен дә үҙ эсенә алған бер йыры менән – пәйҙә булған бөкрө ҡар­сыҡ­ты күреп, күңелдең аҫты-өҫкә килә. Шундай дәрә­жәлә тәьҫир итә актрисаның уйыны йәки сәхнәлә тиҫтә йылдар уңыш менән барған Хәкимйән За­ри­повтың “Их, кәләше лә кәләше!” комедияһынан шаян Йәнһылыу, йә Василий Шукшиндың халыҡсан хикә­йәләре буйынса “Ҡыҙыҡ был тормош!” хикмәттә­ренән Квасиха.
Тәнзилә Хисамова – бөгөн сәхнәнең иң нескә сер­ҙәренә төшөнгән, тормош-йәшәйеш ҡанунда­рын тә­рән­дән үҙләштергән, абруйлы, асылынан нур бөр­көлөп торған сәхнә оҫтаһы. Башҡорт театр сәнғәтенә рух­лы, сағыу ижады менән оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеп, ул меңәрләгән тамашасының ихтирамын яуланы. Театр белгестәре: “Тәнзилә Хисамованың сәхнә үҙен­сә­ле­ге шунда: ул әҫәрҙең эс­тәлегенә, образдар­ҙың психологик тәрәнле­генә, актер телмәренең аһәң­ле яң­ғы­рашына, драма­тик хәрәкәттең көсөр­гә­нешлеле­ге­нә иғти­бар­лы, тышҡы биҙәк менән ма­уыҡ­май, яңы­лыҡ­ҡа ынтыла. Уның сәхнәлә йәшә­йешендә үҙенә генә хас бер аһәң бар”, – тип билдәләһә, талантын үҙ итеүсе бихисап тамашасы: “Актриса, инде етенсе тиҫтәһен ваҡлаһа ла, ғүме­ренең ошо күркәм миҙ­ге­лендә лә йәп-йәш, башҡорт ҡатын-ҡыҙына хас бәҫ­ле, затлы, үҙ дәрәжәһен бел­гән, зауыҡлы ханым булып ҡала. Ошо популярлыҡ, моғайын, актри­саның күңел байлығында, тормошто яратыуындалыр”, – тип һоҡлана. 
Актрисаның сәхнә биографияһы ғәжәйеп бай. Ул классик пьесаларҙа ла, милли драматур­гия­быҙ әҫәр­ҙәрендә лә берҙәй оҫта уйнай. Айырым бер күңел торошо менән һуңғы йылдарҙа баш­ҡарған ролдәре Йәнбикә (“Урал батыр”, Ғ. Ша­фиҡов), Ҡарсыҡ (“Аҡ пароход”, С. Айытматов), Әсә (“Бәхет хаҡы”, Х. Мө­ҙә­рисова), Фәнүзә (“Бер мәл санаторийҙа”, Н. Ғә­йетбаев), Ил инәһе (“Ай то­толған төндә”, М. Кәрим), Ғилми (“Ҡара йөҙҙәр”, М. Ғафури. А. Абушахманов, Ш. Ғилманова инс­ценировкаһы) һәм башҡалары ла уның сағыу талантының һәм халыҡсан ижадының тамашасылар араһында киң таралыуын дәлилләй. Ошо ролдәренең күптәре бөгөнгө башҡорт сәхнә­һенең иң аҫыл өлгөләре рәтендә. Тәнзилә Динислам ҡыҙы кеүек тамашасының оло ышанысын, юғары баһаһын яулап, ижад бәхетен күтәрә белеп, лайыҡлы йәшәү ҙә үҙе бер сәнғәт бит! 
Мөхәббәтем – Уралҡайым!
Һағыштарҙан өйөлгәндер,
Моғайын да, һинең тауың.
Мөхәббәтем – Урал тауым!
Сабырлыҡтан уралғандыр,
Моғайын да, һинең билғау.
Кәрәҙҙәрҙең буш күҙенә
Аң тултыра бал ҡорттарың –
Мөхәббәтем, башҡорттарым!
***
Баш эйәмен һиңә, бөйөк ғаләм.
Һинең серҙәреңде яҙыр өсөн
Ҡулдарыма йәнә алдым ҡәләм.
Күк көмбәҙе, әйтерһең дә, келәм.
Йыһан буйлап төпһөҙ уйҙарымда –
Келәмдәрҙә – осоп, йөҙөп киләм.
Күҙҙәремде күккә текләп еләм.
Донъяларҙың, гүйә, серен беләм:
Сағыу төҫтән нурлы һуҡмаҡ үрәм.
Ғаләмдәрҙең сере ерҙә һымаҡ.
Бәндә күңеленә һалғы килә
Ғилемдәрҙән торған яҡты һуҡмаҡ.
Актриса Тәнзилә Хисамова яҙған шиғри юлдар был. Киләсәктә лә уның илһамланып, театрҙың иркен бүл­мәләрендә үҙе үҫтергән гөлдәре кеүек тормошто йәмләп йәшәүен теләйбеҙ. 
Тәнзилә Динислам ҡыҙының юбилей бенефисы – “Бер мәл санаторийҙа” комедияһы – 18 апрелдә була. Был көндө юбиляр спектаклдә лә актриса ролендә сығыш яһай.
Автор: Рәмилә ЙӘҺҮҘИНА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb