Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Донъяны рухиәт ҡотҡарыр
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 14 июнь 2013
Донъяны рухиәт ҡотҡарыр
“Мәҙәниәт кимәле үҫкән һайын, хеҙмәт юғарыраҡ баһалана”.
В. Рошер
СССР-ҙы әхлаҡи яҡтан тарҡатыу буйынса Даллес Доктринаһында: “Рәсәй халҡының аңын томалау буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барасаҡбыҙ. Мәҫәлән, сәнғәттең һәм әҙәбиәттең социаль асылын юҡ итәсәкбеҙ, улар кешелектең иң түбән сифаттарына дан йырлаясаҡ...” — тиелә. Илебеҙгә ҡанығыусылар иң беренсе халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен юҡҡа сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя, сөнки мәҙәниәтһеҙ, әхлаҡи яҡтан һөрһөгән халыҡ өсөн илдең дә, телдең дә кәрәге юҡ, үҙенән-үҙе ҡолға, маңҡортҡа әүерелә. Сыңғыҙ Айытматовтың “Буранный полустанок” әҫәрендә шундай юлдар бар: “Маңҡорт үҙенең кем булыуын, зат-ырыуын, исемен, бала сағын, ата-әсәһен белмәй — бер һүҙ менән әйткәндә, хайуан кимәленә төшә”. Яҙыусы әҫәрендә сәсен ҡырып, башына дөйә тиреһенән “кәпәс” кейҙереп сүллеккә ташланған кешенең маңҡортҡа әйләндерелеүен һүрәтләй. Ләкин, төптәнерәк уйлап ҡараһаң, беҙгә сит илдәрҙән килгән “мәҙәниәт” рухиәтебеҙгә ҡапларға тырышҡан шул уҡ “тире” түгелме ни!?
Күптән түгел “Башҡортостан” гәзите республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова менән тура бәйләнеш ойошторҙо. Ул халыҡты борсоған байтаҡ һорауҙарға яуап бирҙе, Мәҙәниәт министрлығының эше, киләсәккә маҡсаттары менән таныштырҙы.
Тура бәйләнеште асып, тәүге һорауҙы “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов бирҙе:
— Мәҙәниәт министры булараҡ, Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен нисек ҡабул иттегеҙ?
— Президенттың Мөрәжәғәтнамәһен беҙ рухи күтәренкелек менән шатланып ҡаршы алдыҡ. Әйтергә кәрәк, байтаҡ йылдар һуҙымында мәҙәниәткә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҙур иғтибар бирелмәне. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ултырышынан һуң ҡайһы бер коллегаларым хатта, үҙебеҙҙе Мәҙәниәт министрлығының ултырышында булғандай хис иттек, тине. Ысынлап та, Рөстәм Зәки улы был өлкәгә ҡағылған мөһим мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты.
Беренсе сиратта, Президенттың төбәктәр мәҙәниәтен үҫтереүгә иғтибар йүнәлтеүе әһәмиәтле. Мәҙәни, рухи йәһәттән үҫешкән йәмғиәт төҙөүҙә бик мөһим сифаттарҙың береһе был. Әлбиттә, мәҙәниәт учреждениелары иғтибар үҙәгендә, Мәҙәниәт министрлығы улар хаҡында һәр саҡ хәстәрлек күрә: профессиональ кадрҙар менән тәьмин итеү, матди-техник базаны нығытыу буйынса даими эш алып барыла. Бөгөнгө көндә муниципаль мәҙәни учреждениеларҙың матди-техник базаһын яҡшыртыу буйынса республикабыҙҙың бөтә райондарында ла программалар ҡабул ителде һәм киләһе алты йылға тейешле күләмдә аҡса бүлеү ҡаралған.
Рөстәм Зәки улы мәҙәниәт усаҡтары, ижади коллективтар хеҙмәткәрҙәренең профессиональ кимәлен үҫтереүгә иғтибарҙы йүнәлтте. Был — бик мөһим мәсьәлә. Сер түгел, үкенескә ҡаршы, рухи ҡиммәте булмаған, еңел-елпе “тамашалар” ойоштороу ғәҙәткә инә, тамашасы алдында әхлаҡи яуаплылыҡ тойғоһо кәмей бара. Ошо йәһәттән дә хәлде яйға һалырға тырышабыҙ. Тәүге аҙым яһалды тиергә була, һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәҫ. Башҡортостан Республикаһы Президентының “Башҡортостан Республикаһында театр, музыка, хореография һәм кино сәнғәтенә дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙә өҫтәмә саралар тураһында”ғы Бойороғона ярашлы, ижади хеҙмәткәрҙәрҙе илһамландырыу, дәртләндереү маҡсатында республика бюджетынан 100 миллион һум аҡса бүленде.
Апрель аҙаҡтарында Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының ултырышында булғайным. Минән алда Краснодар крайының мәҙәниәт министры, беҙгә музыка ҡоралдары, тегенеһе-быныһы кәрәк, тигәнерәк һүҙҙәр менән сығыш яһаны. Унан һуң мин, беҙҙә Президент тарафынан мәҙәниәткә ҡағылышлы аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителде, Президент гранттары биреү өсөн 100 миллион аҡса бүленде, тигәс, һоҡланыуҙарының сиге булманы.
Әлегә гранттар биреү тәртибе ҡаралып өлгөрмәһә лә, ғаризалар килә башланы. Бөгөн Мәҙәниәт министрлығында 40-лап ғариза ҡабул ителгән.
Президенттың Мөрәжәғәтнамәһендә ижади коллективтарҙың кимәлен күтәреү, заманса оригиналь спектаклдәр ҡуйыу тураһында әйтелә. Грантҡа тәҡдим ителгән эштәр араһында ундайҙар бар. Әйтәйек, “Урал батыр” эпосын бығаса булмаған яңы форматта сығарыу, асыҡ һауала донъя йондоҙҙары ҡатнашлығында симфоник оркестрҙарҙың концерты, Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей” трагедияһы, Салауат Низаметдиновтың “Мөхәббәт йондоҙо” әҫәре буйынса рок-операһының яңыртылған варианты, “Ете ҡыҙ” башҡорт халыҡ әкиәттәре буйынса хореографик спектакль һәм башҡалар.
Әлбиттә, былар менән генә сикләнмәйбеҙ, тағы ла ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр булыр тип өмөтләнәбеҙ.
Мәҙәниәт министрлығы тарафынан театрҙарҙың, филармонияларҙың эшмәкәрлегенә ҙур иғтибар бирелә. Уларҙың гастролдәре айырым контролгә алынды. Йыл башынан алып байтаҡ ҡына мөһим саралар ойошторолдо. Мәҫәлән, Мәскәү, Санкт-Петербург, Минск, Өфө ҡалаларынан атаҡлы йырсылар ҡатнашлығында Федор Шаляпиндың тыуыуына 140 йыл тулыуҙы билдәләнек, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр симфоник оркестрының исем туйы, “Спартак” балетының премьераһы булды.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә етәкселек алмашынды, һәм өр-яңы башҡорт бейеүҙәрен ҡуйыу буйынса эш башланды. Улар, республикабыҙҙың ауыл-ҡалаларына сығып, йәш таланттарҙы эҙләй.
Әлбиттә, башҡарылған һәм башҡарыласаҡ эштәр былар менән генә сикләнмәй. Халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән бар көсөбөҙҙө, һәләтебеҙҙе егәбеҙ.
Редакциянан һорау:
— Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса ниндәй эштәр башҡарыла?
— Хеҙмәткәрҙәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн аҡса бүленде. Әлеге көндә Мәҙәниәт министрлығы социаль торлаҡ төҙөү фонды менән эш алып бара. Йорт төҙөлә. Күҙаллауыбыҙса, быйыл йәш белгестәргә, мохтажлыҡ кисергән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә 40-ҡа яҡын фатир бүленәсәк.
Редакциянан һорау:
— Президенттың Мөрәжәғәтнамәһендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү ҙә мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора.
— 2018 йылға тиклем хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын Башҡортостан буйынса уртаса кимәлгә еткереү — төп бурысыбыҙ.
Рәсәй Федерацияһы Президентының Указына ярашлы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең, мәҙәниәт системаһындағы уҡытыусыларҙың эш хаҡын күтәреү ҡаралған.
Был юҫыҡта беҙ даими эш алып барабыҙ. 2013 йылдың дүрт айлыҡ һөҙөмтәләре буйынса, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ эш хаҡы — 11,7 процентҡа, уҡытыусыларҙыҡы 6,5 процентҡа күтәрелде.
Рәсүл Ғүмәров, Ауырғазы районы:
— Радио һәм телевидениеның мәҙәниәтте халыҡҡа еткереүҙә өлөшө бик ҙур. Шуға унда эшләүселәргә лә талап тейешле кимәлдә булырға тейеш. Һуңғы осорҙа телевидение журналистарының репортажында ярым башҡортса, ярым урыҫса хәбәр һөйләгәне йыш осрай. Телебеҙҙе яҡшылап белмәгән журналистар күбәйҙе. Был етешһеҙлекте бөтөрөргә кәрәк ине.
— Һеҙҙең менән килешәм, сөнки был проблема йәмғиәтебеҙҙә бар. Әммә радио һәм телевидение беҙҙең министрлыҡ ҡарамағында түгел. Улар республикабыҙҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына буйһона. Шуға ла һеҙҙең теләк-тәҡдимдәрегеҙҙе бының өсөн яуаплы етәкселәргә еткерермен.
Флүрә Хәлилова, Ғафури районы:
— Беренсенән, мәҙәниәткә тоғро хеҙмәт иткәнегеҙ өсөн тотош ауыл халҡы исеменән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Икенсенән, күптән борсоған йомошомдо ла еткерәйем әле. Еҙем-Ҡаран ауылының мәҙәниәт усағы етәксеһе Рәүилә Килмөхәмәтова инде 34 йыл халыҡ өсөн эшләй. Тик уның фиҙакәр хеҙмәте дәүләт тарафынан тейешле кимәлдә баһаланманы. Быйыл уны “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә тәҡдим иткәйнеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөйөнөслө хәбәр һаман юҡ. Ошо мәсьәләне ыңғай хәл итергә ярҙам итеүегеҙҙе ауыл халҡы исеменән һорайым.
— Теге йәки был маҡтаулы исемде биреүҙе махсус комиссия хәл итә. Төрлө сәбәптәр буйынса кандидатты раҫламауҙары ла ихтимал. Әгәр яҡташығыҙ бүләкләнеүселәр исемлегенә инмәгән икән, борсолмағыҙ. Ҡабаттан райондан тейешле документтарҙы әҙерләп, Мәҙәниәт министрлығына ебәрергә тура килер. Ә инде был мәсьәләнең артабан нисек хәл ителеүен иғтибар үҙәгенә алырбыҙ.
Ләйсән Закирова, Өфө районы:
— Йоматау ауылы ҙур булһа ла, унда әле һаман клуб юҡ. Хәҙерге көндә шул биләмәгә ҡараған ауылдарҙа 3 500 кеше йәшәй. Үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, мәҙәни усаҡҡа ихтыяж ҙур. Беҙҙә клуб ҡасан булыр икән?
— Төҙөлөш мәсьәләһенә килгәндә, уның үҙ тәртибе бар. Иң тәү сиратта муниципалитет Мәҙәниәт министрлығына яңы бина кәрәклеге хаҡында мөрәжәғәт итергә тейеш. Уны төҙөү йәки төҙөмәү буйынса беҙ ҡарар ҡабул итә алмайбыҙ. Министрлыҡ, мохтажлыҡты иҫәпкә алып, республика Хөкүмәтенә тәҡдим менән сығыш яһай. Башҡортостан Республикаһының бюджет һалыуҙары буйынса эксперт советы эшләп килә. Һәр төбәк үҙенең проектын яҡлай. Шунан һуң ғына яңы клуб төҙөү республиканың адреслы инвестиция программаһына индерелә. Шуға ла урындағы етәкселек ҡыҙыҡһыныуын белдерергә тейеш. Йоматау буйынса шуны әйтә алам: 2015 йылда ауылығыҙҙа социаль-мәҙәни үҙәкте төҙөү инвестиция программаһына индерелгән.
Миңзифа Ишмуллина, Хәйбулла районы:
— Беҙҙең районда туғыҙ халыҡ ансамбле, ете өлгөлө ижади коллектив уңышлы эшләп килә. Булған ике генә бүлмәлә уларға эшләүе ҡыйыныраҡ. Шуға ла беҙ яңы мәҙәниәт йортоноң ҡалҡып сығыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Төҙөлөш башланып китте лә, ниңәлер һүлпәнәйҙе. Шуны тиҙләтеп булмаҫмы?
— Нигеҙ ташы һалынған объект мотлаҡ төҙөлөп бөтөргә тейеш инде. Һеҙҙең был һорауығыҙға яуап бирер өсөн республиканың адреслы инвестиция проекты менән таныштыҡ. Аҡъярҙа 500 урынлыҡ социаль-мәҙәни үҙәк төҙөү 2015 йылда тамамланыр тип күҙаллана.
Владик Ҡыҙрасов, Күгәрсен районы:
— Беҙҙең Аҙнағол ауылында мәҙәни тормош гөрләп тора. Бынамын тигән фольклор ансамблебеҙ бар. Һәр саҡ район хакимиәтенең хәстәрлеген тоябыҙ. Тик ауылда клуб бәләкәй, шуныһы ғына бер аҙ эсте бошора. Киләсәктә Аҙнағолда социаль-мәҙәни үҙәк төҙөп булмаҫмы икән?
— Әле генә ошондай уҡ һорау менән Өфө районынан шылтыраттылар. Төҙөлөшкә килгәндә, был тәҡдим менән тәү сиратта район етәкселеге Мәҙәниәт министрлығына мөрәжәғәт итергә тейеш. Шунан артабанғы эштәр башҡарыла. Һеҙҙең мөрәжәғәтегеҙҙе иғтибарға алырмын һәм ошо мәсьәләне хәл итеү буйынса Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусинға шылтыратырмын.
Фәнүр Харрасов, Өфө ҡалаһы:
— Минең һеҙгә өс һорауым бар. Әгәр шуға яуап бирә алһағыҙ, сикһеҙ рәхмәтле булыр инем. Бына минең ҡыҙым балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөнә йөрөй. Баҡсанан урыҫ төркөмөн йыш ҡына Ҡурсаҡ театрына алып баралар, ә башҡорт төркөмө гел ситтә ҡала. Беҙҙең балалар милли мәҙәниәттән мәхрүм булып йөрөй.
— Ҡурсаҡ театрында бик шәп башҡорт труппаһы бар бит. Улар фәһемле генә тамашалар ҡуя. Һеҙгә ошондай проблема хаҡында белгерткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Үҙем яҡын арала Ҡурсаҡ театры директоры менән бәйләнешкә инермен. Һеҙҙең ҡыҙығыҙ тәрбиәләнгән балалар баҡсаһы етәкселеге менән дә һөйләшермен. Ғөмүмән, балаларҙың театрҙарға йөрөү мәсьәләһен иғтибар үҙәгенә алырбыҙ, сөнки һәр кем кескәй саҡтан үҙ мәҙәниәтен өйрәнеп үҫергә тейеш.
— Ҙур рәхмәт. Башҡортостандан ситтә йәшәгән дуҫымдың һөйләгәнен һеҙгә лә еткерәйем әле. Бына Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле йыш ҡына бүтән өлкәләргә гастролгә сыға. Афишаны күргәс, милләттәштәребеҙ концертҡа эркелеп бара. Әммә шөһрәтле ансамбль исем өсөн генә бер-ике башҡорт бейеүен башҡара ла, шуның менән вәссәләм. Күпселек испан, үзбәк һәм башҡа милләт бейеүҙәренә урын бирелә. Ә кешеләр бит башҡорт бейеүен күрергә килә. Атаҡлы Фәйзи Ғәскәров нигеҙ һалған коллектив асылын юғалта башланы түгелме?
— Быйыл февраль айында ғына был ансамблдең етәкселеге алышынды. Элекке етәксегә һеҙ еткергән дәғүә лә бар ине. Ысынлап та, яңы ҡуйылған башҡорт бейеүе һирәгәйгәйне. Ә бит академик ансамбль үҫешергә тейеш. Фәйзи Ғәскәров ҡалдырған бейеүҙәр менән генә йәшәп булмай бит. Әйтергә кәрәк, ижади коллективтың яңы етәксеһе менән ошо турала һөйләшеү булды. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн эш башланған да инде. Әле ансамбль яңы башҡорт бейеүен әҙерләй, артистар өсөн костюмдар тегелә. Халыҡ араһынан рухлы, һәләтле йәштәрҙе табыу һәм күтәреү буйынса ла эшләйҙәр.
Рәмилә Лотфуллина, Әбйәлил районы:
— СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән Хөкүмәтебеҙ ҡарар ҡабул иткәйне. Шуға ярашлы Асҡарҙа бөйөк шәхестең музейы төҙөлөргә тейеш ине. Ул бина ҡасан булыр икән?
— Музейҙы төҙөү быйылғы адреслы инвестиция проектына эләгергә тейеш ине. Әммә финанс йәһәтенән мөмкинлектәр сикле. Шуға ла быйыл сығымдар Мостай Кәримгә, Зәйнәб Биишеваға, Арыҫлан Мөбәрәковҡа һәйкәл ҡуйыуға йүнәлтеләсәк. Эксперт советында вәғәҙә итеүҙәренсә, Әхмәт Лотфуллиндың музейын төҙөүҙе киләһе йылда мотлаҡ проектҡа индерәсәктәр.
Ирина Маркова, Баҡалы районы:
— Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу күҙалланамы?
— Был турала үткән йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин указға ҡул ҡуйғайны. Әле беҙ федераль бюджеттан финанслау көтәбеҙ. Йыл аҙағында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре эш хаҡының артыуын тоясаҡ. Ә инде 2018 йылда эш хаҡы күпкә юғары буласаҡ.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән ойошторолған тура бәйләнеш үтә ҡыҙыу барҙы. Редакциябыҙға бер туҡтауһыҙ төрлө райондан шылтыратыуҙар булды. Әминә Ивний ҡыҙы иһә егермеләгән кешегә ихласлап яуап бирҙе. Әйткәндәй, мөрәжәғәт иткән һәр кешегә Мәҙәниәт министрлығы тулы яуап менән хат ебәрҙе.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө