“Джут” Олжас Жанайдаров. М. Ғафури исемендәге БДАД театры репертуарында яңы спектакль барлыҡҡа килде.

“Джут” Олжас Жанайдаров. М. Ғафури исемендәге БДАД театры репертуарында яңы спектакль барлыҡҡа килде.


Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге БДАД театры тамашасыһына өр-яңы тамаша тәҡдим итте. Театр коллективы ҡаҙаҡ сығышлы Рәсәй яҙыусыһы Олжас Жанайдаровтың “Джут. Һуңғы йәйләү”, тип аталған спектаклен сәхнәләштерҙе.
Драманы сәхнәгә режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов ҡуйған, рәссамы - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Альберт Нестеров, музыкаль яҡтан биҙәүсеһе Илшат Яхин, хореографы Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сулпан Асҡарова.
Драмала кешелек тарихындағы ҙур афәт- аслыҡ хаҡында һүҙ бара. Был фажиғә, ҡаҙаҡ ҡына түгел, башҡорт халҡының да күпләп ҡырылыуына килтергән.
Шул уҡ ваҡытта, һәләкәтте, хөкөм һөргән сәйәси золом көсәйткән.
Тотош этнос юҡҡа сығыр хәлгә еткән.
Режиссер әйтеүенсә, был афәт бөгөнгө тормошҡа ла алыҫ түгел, сөнки “ҡулланыусылар йәмғиәтенә” аслыҡ фажиғәһе көндән-көн нығыраҡ яҡыная, ә ҡайһы бер илдәрҙә йәшәүселәр аслыҡ фажиғәһе менән минут һайын күҙмә-күҙ осрашалар.
Әйткәндәй, ул, тамашаны әҙерләгәндә, уның авторының үҙе менән бәйләнешкә инеүе, яҡындан танышыуы һәм күрһәтмәләрен ҡулланыуы тураһында белдерҙе.
Алдағы спектаклдәрҙең береһенә яҙыусы үҙе киләсәк.
Ролдәрҙе иһә, Фәнис Рәхмәтов, Римма Ҡаһарманова, Хөрмәтулла Үтәшев, Милена Сираева, Гөлмирә Исмәғилева башҡара.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb