Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Дүрт миҙгелдә ҡатын-ҡыҙ» исемле байрам концерты үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 06 март 2012
«Дүрт миҙгелдә ҡатын-ҡыҙ» исемле байрам концерты үтте
Яҙҙың иң матур байрамдарының береһе, Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар байрамы алдынан, 5 мартта, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында «Башҡорт йыры» ойошторған «Дүрт миҙгелдә ҡатын-ҡыҙ» исемле байрам концерты үтте.
Ике бүлектән торған, бай эстәлекле тамашаны БР атҡаҙанған артистары Сара Буранбаева, Фирҙәт Ғәлиев, Азамат Ғафаров алып барҙы.
Борон-борондан алып бөгөнгө көндәргә тиклем әсәйҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы данлап, уларға арнап күп һүҙҙәр әйтелгән, йырҙар йырланған, шиғырҙар яҙылған.
Был байрам тамашаһында ла әсәйҙәргә, гүзәл заттарға арналған йырҙар яңғыраны. Концерттың беренсе бүлеге халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыларынан һаналған халыҡ йырҙарынан («Зөлхизә», «Сәлимәкәй» «Йәнбикә», «Ҡаһым түрә» һ.б.) торҙо.
Икенсе бүлекте ҡунаҡтар, Сибай дәүләт филармонияһының бейеү ансамбле асты. Артабан эстрадабыҙҙың билдәле артистары Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтар, Рәсүл Ҡарабулатов, Гөлсөм Бикбулатова, Рөстәм Шаһибалов, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимирова, Гөлназ Асаева, Светлана Хәкимова, Сәғиҙулла Байегет, Алһыу Бәхтиева, Хәсән Усманов һ.б. йырҙарын әсәйҙәргә, гүзәл заттарға бағышланы.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө