 Теүәл бер айҙан Мәскәүҙә, Дәүләт Кремль һарайында Рәсәй президентының балалар өсөн тәғәйенләнгән шыршы байрамы үтәсәк. Быйыл унда илдең төрлө төбәктәренән 200 мең бала саҡырыласаҡ тип көтөлә. Кремль шыршыһы тураһында иҫтәлек итеп һәр балаға бүләккә сувенир тапшырыласаҡ. Улар театрлаштырылған музыкаль тамаша ҡараясаҡ, ҙур уйын, концерт программаһында ҡатнашасаҡ. Яңы йыл байрамынан тыш балаларҙы Мәскәү буйлап экскурсия көтә. Ә балаларҙы урынлаштырыу өсөн 44 һауыҡтырыу лагеры эшләйәсәк. Рәсәйҙең төп шыршыһы Кремлдә 1953 йылдан уҙғарыла.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы