Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Дәүләтҡолдоң дәү улы
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Дәүләтҡолдоң дәү улы
“Булат Рафиҡов – бәхетле яҙмышлы әҙип. Ул халыҡ байлығын, йәғни милләтебеҙҙең күп дәүер элегерәк үткәнен, кире ҡайтарыу менән мәшғүл. Тәү ҡарамаҡҡа яҙыусының күңелендә һәм йөрәгендә гел генә оран тауыштары яңғырап, ата-бабаларыбыҙ төйәкләгән Уралда ҡылыс-һөңгөләр сыңлап, уҡтар һыҙғырып, ат тояҡтары тупылдап, күк түбәләрҙә бөркөт саңҡыған бер тәңгәлдә ҡурай иңрәүенә ҡушылған ҡыҙҙар сеңләүе алҡымдан алып тора төҫлө. Хәйер, әҙип шулар менән йәшәй шикелле. Булат Рафиҡовтың тарихи романдарын уҡып, бик күп килер быуын кешеләре фәһем һәм тәрбиә аласаҡ әле”, – тип яҙған ҡәләмдәше хаҡында Динис Бүләков. Эйе, йылдар үтеү менән Булат Рафиҡовтың ижад емештәре әһәмиәтен юғалтмай. Халҡыбыҙ йылъяҙмаһының яңы биттәрен асҡан “Ҡараһаҡал”, “Көнгәк”, “Ахырызаман көткәндә”, “Сал ҡылған”, “Эйәрләнгән ат” кеүек романдары, бихисап повесть һәм хикәйәләре уҡыусылар күңелен арбауҙы дауам итә.
Билдәле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең “Халыҡтар дуҫлығы” ордены кавалеры Булат Рафиҡовтың тыуыуына яңыраҡ 80 йыл тулды. Ошо уңайҙан әҙиптең тыуған төйәгендә – Мәләүез районында – бик матур саралар ойошторолдо.
Әйткәндәй, арҙаҡлы ижадсының исемен мәңгеләштереү йәһәтенән тыуған яғында байтаҡ эш башҡарылған. Мәләүез ҡалаһында, Дәүләтҡол ауылында Булат Рафиҡов исемендәге урам бар. Районда 2000 йылда уның исемендәге әҙәби премия булдырылған. Корнеевка ауылы мәктәбе лә оло ғорурлыҡ менән яҙыусының исемен йөрөтә. Ошо уҡ белем усағы алдында Булат Заһри улының бюсы ҡуйылған.
Оло шәхестең яҡты иҫтәлегенә арналған саралар Корнеевка ауылында башланды. Мәләүез районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Геннадий Шлычков менән әҙиптең ҡыҙы Гөлназ Данилова бюсҡа сәскә һалғас, ҡунаҡтар 230 йыллыҡ тарихы булған Дәүләтҡол ауылына юлланды. Унда Булат Рафиҡов хөрмәтенә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ойошторолдо.
Яҙыусының исемен мәңгеләштереү эшен мәләүездәр бөгөн дә дауам итә. Был көндә Дәүләтҡол ауылында Булат Рафиҡовтың тыуған йортонда иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Әле ул өйҙә әҙиптең бер туған ҡустыһы Риф Рафиҡов йәшәй. Ул ғүмере буйына ауыл хужалығында эшләп, ағаһының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәгән, тырыш хеҙмәтенә күрә III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены, “Унынсы бишйыллыҡ ударнигы”, “Сиҙәм ерҙәрҙе күтәргән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Бөтә нәмә ғаиләләге тәрбиәнән килә, тиҙәр. Яҙыусының атаһы Заһретдин Рафиҡов – зыялылар нәҫеленән, Дәүләтҡол ауылының беренсе уҡытыусыһы.
Дәүләтҡол – боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, уға 1783 – 1795 йылдарҙа нигеҙ һалынған. Төбәк Юрматы улусы йөҙбашы Дәүләтҡол Этеймәҫовтың исемен йөрөткән. Был турала 1783 йылдағы документтарҙа телгә алына.
Бәләкәй генә булһа ла, Дәүләтҡолда әллә күпме арҙаҡлы шәхес тыуған. 1812 йылғы Беренсе Ватан һуғышы барышында 1-се башҡорт полкында хеҙмәт иткән Ишбулды Йыһангиров исемле яугирҙең Парижға барып етеүе, ике миҙал менән бүләкләнеүе билдәле. Яҙыусылар Булат һәм Зәйни Рафиҡовтар, ғүмере йәшләй өҙөлгән шағир Ғайса Йосопов менән дә ауылдаштары хаҡлы ғорурлана.
Ялан батырҙары булараҡ танылып, күкрәге орден-миҙалдар менән тулған Ғилметдин һәм Тәхәүетдин Йәмилевтәрҙе, Барый һәм Фәрхәтша Бикҡоловтарҙы, Рәйес һәм Риф Рафиҡовтарҙы, Тәлғәт һәм Ғабделхай Көҫәпҡоловтарҙы, Әхтәм Рахманғоловты, Тимербулат Хәйбуллинды, Зәки Рахманғоловты, Миңлеғәле Иҫәнғоловты дәүләтҡолдар “беҙҙең маяҡтарыбыҙ” тип атай.
Булат Рафиҡовтың хөрмәтенә арналған байрамда Дәүләтҡол халҡы ошо ауылдың тағы арҙаҡлы шәхестәрен – Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Гөлсөм Иҫәнғолованы һәм СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби осоусыһы, авиация полковнигы Зөбәйер Иҫәнғоловты – күреүгә уғата шат ине. Шулай уҡ килгән ҡунаҡтар – Мәләүез районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юнир Аҙнағоловтың, филология фәндәре докторы, шағир Фәнил Күзбәковтың, “Киске Өфө” гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаеваның ҡатнашыуы сараға йәм өҫтәне.
– Булат Рафиҡов халыҡ күңелендә мәңге йәшәй, – тине Мәләүез районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Геннадий Шлычков. – Бәләкәй генә ауылда тыуып та, ул оло ҡаҙаныштарға өлгәшкән. Яҙыусы ғүмере буйына тыуған ерен, халҡын данланы. Күп яҡлы талант эйәһенең ижади емештәре хәҙер инде нисәмә быуынды тәрбиәләй.
Геннадий Александрович байрам уңайынан ауылдың клубына капиталь ремонт эшләнеүе хаҡында белдерҙе, шулай уҡ яңыртылған мәҙәниәт усағына район хакимиәте башлығы Малик Вахитов инселәгән музыкаль үҙәкте тапшырҙы. Был көндә Булат Рафиҡов исемендәге әҙәби премия шағир Сәлмән Яҡуповҡа бирелде. Хеҙмәт алдынғылары, ауылдың абруйлы кешеләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Уларға маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Яҙыусының ҡыҙы Гөлназ Данилова иһә барлыҡ туғандары исеменән атаһын хөрмәтләгәндәре өсөн оло рәхмәт белдерҙе.
Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө