Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
ЕҢЕҮСЕҺЕ ҠАЙҘАН? Башҡортостандан!
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
ЕҢЕҮСЕҺЕ ҠАЙҘАН? Башҡортостандан!
Өфөлә XVII "Урал моңо - 2014" халыҡ-ара төрки йәштәренең музыкаль ижады конкурс-фестивале тамамланды. РФ Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы һәм "Рәсәй мәҙәниәте" федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә БР Мәғариф министрлығы, "Башҡортостан" дәүләт теле-радио компанияһы, Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан уҙғарылған был мәртәбәле сара төрки донъяһында башҡорт музыкаль мәҙәниәтенең үҙ урыны барлығын тағы бер тапҡыр раҫланы.
Нимә генә тимә, бөгөнгө заманда барған глобаль процестар айырым халыҡтарҙың мәҙәниәтендә һәм сәнғәтендә сағылыш тапмай ҡалмайҙыр, күрәһең. Быны бәйгелә ҡатнашыусыларҙың ижадында йылдан-йыл халыҡсанлыҡ төшөнсәһенең һиҙелерлек кәмей барыуынан да тойорға була. Һәр ваҡыттағыса, милли костюмдарҙа, үҙ телдәрендә сығыш яһаһалар ҙа, күп бәйгеселәрҙең сығышына тап шул халыҡсанлыҡ етешмәне кеүек. Миллилек - тышҡы атрибуттарҙа ғына түгел шул, ул күңелеңдә йөрөткән рухта, милли моң-йырыңда, милли асылыңда. Был йәһәттән Башҡортостан данын яҡлаусы башҡарыусыларҙың бер башҡа юғары булыуы ҡыуандырҙы шулай ҙа, тимәк, үҙ мәҙәниәтебеҙҙе, үҙ йөҙөбөҙҙө һаҡлай алабыҙ әле. Бәйгенең Гран-приһын яулаусы Марсель Ҡотоевҡа етеүселәр булмаһа ла, Рөстәм Шаһыбалов, Зилиә Бәхтиева, Салауат Мөхәмәтйәров, Артур Шөғәйепов та еңеүсе исеменә лайыҡ булырҙай талантлы йырсылар. Ниһайәт, бер нисә йылға һуҙылған тынлыҡтан һуң, Башҡортостан "Урал моңо"на быйыл лайыҡлы бәйгеселәр тәҡдим итә алды. Тик "Булғанда - бүреләй, булмағанда - сүреләй" кеүегерәк килеп сыҡты. Әле һанап үтелгән йырсыларҙың һәр береһе халыҡ-ара конкурстарҙың иң юғары баһаһына лайыҡ булырлыҡтар. Шуға ла уларҙың был конкурсҡа бер юлы сығыуы бер аҙ аптыратты. Дөйөм бәйгенән тыш, яҡташтарыбыҙға иң яҡшылар исеменә үҙ-ара ла ярышырға тура киләсәген һайлап алыу турын үткәреүселәр яҡшы аңлағандыр бит. Ғөмүмән, беҙгә бындай юғары конкурстарға йырсыларҙы алдан әҙерләү эшмәкәрлеге етешмәй. Баһалама ағзаларының һәр береһе иһә уларҙың талантына һоҡланыуын белдереп, был сығыштарҙың республикала заманса милли мәҙәниәттең юғары кимәле тураһында һөйләүен белдерҙе. Хәҙерге заман музыкаһында ниндәй генә йүнәлештәр булмаһын, халыҡ йыры, халыҡ көйө, хатта заманса аранжировкала булһа ла, һәр ваҡыт үтемле булыуына тағы бер дәлил был. Үҙебеҙ был байлыҡҡа иғтибар итеп етмәһәк тә, ситтәр "эксперименталь этника" тип атап, өзләүҙе, ҡумыҙ кеүек музыка ҡоралдарыбыҙҙы ҡулланыуҙан һис тартынмай.
Кимәл тигәндәй, ҡасандыр башҡорт эстрадаһы һәм рок-музыкаһы республика фестивале булараҡ, Башҡорт йәштәре иттифағы, "Йәшлек" гәзите тарафынан ойошторола башлаған "Урал моңо" бәйгеһенең хәҙер халыҡ-ара статусы ла, үҫеү, камиллашыу өсөн мөмкинлектәре лә бар. Әммә үткән һуңғы ике бәйгенең кимәленә ҡараһаҡ, үкенескә күрә, бының киреһен күрәбеҙ. Баһалама ағзаһы, Хакасияның халыҡ артисы Герман Танбаев та фестивалдең үҙ маҡсатынан бер аҙ тайпылып, көрсөккә терәлә башлауы тураһында әйтте: "Был минең шәхси фекерем, әммә һәр фестиваль үҙенең тарихында бындай этапты үтергә һәм башта ҡуйылған маҡсаттарҙы яңынан ҡарап, тейешенсә һығымталар яһарға тейеш. Йәштәр ижады тип атала икән, бәйгелә тап йәштәр мәҙәниәтенә, йәштәр субкультураһына бәйле тауыштарҙы ишетергә теләр инем, ә ундайҙар әлегә аҙсылыҡты тәшкил итә. Беҙ көслө тауыштарҙы айырып билдәләйбеҙ ул, шулай ҙа ижади ҡарашлы йәштәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырабыҙ. Етмәһә, глобалләшеү халыҡтарҙы ла, уларҙың милли мәҙәниәтен дә йота бара. Шуға ла беҙгә милли музыкаль байлығыбыҙҙы донъя мәҙәниәтенә сығарыу өҫтөндә эшләргә, ниндәйҙер мөхиткә яраҡлашҡан хәлдә лә, унда үҙ халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен индерергә бурыслыбыҙ. Талантлы йырсы донъяға халҡын таныта һәм күрһәтә алырлыҡ булырға тейеш. Дөйөм алғанда, төрки донъяһында был абруйлы фестиваль йәшәргә тейеш, быйылғы бәйге уға һулыш өҫтәренә өмөт итәм". "Урал моңо" конкурс-фестиваленең тағы бер изге маҡсаты - төрки халыҡтарын берләштереү, улар араһында дуҫлыҡ күперҙәрен нығытыу. Яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән, Рәсәй төбәктәренән килгән 53 бәйгесе өсөн дә, ойоштороусылар өсөн дә, бәлки, быныһы мөһимерәк булғандыр ҙа. Айырым дәүләт булып йәшәп, телдәребеҙ айырылып торһа ла, беҙ бер тамырлы, туғандаш халыҡтар. Беҙҙең шатлыҡтарыбыҙ ҙа, хәл итәһе мәсьәләләребеҙ ҙә уртаҡ. Ошоларҙы иҫәпкә алғанда, быйылғы конкурстың төп үҙенсәлеге итеп иҫәпләнгән асыҡ һауалағы концерттағы етешһеҙлектәр ҙә, сит ил ҡунаҡтары сәхнәгә сығып, башҡортса иҫәнләшеп торғанда, алып барыусыларҙың фестивалдең атамаһын да башҡортса матур итеп әйтә алмауы, урынһыҙ шаяртыуҙары бөтөнләй әһәмиәтен юғалта кеүек. Шулай ҙа йәшлек, талант һәм дуҫлыҡ байрамының йөҙөнә тап төшмәһен өсөн бәләкәй генә етешһеҙлектәрҙе ваҡытынды күреп, дөрөҫ йүнәлеш алһаҡ ине.
Шулай итеп...
"Урал моңо - 2014" халыҡ-ара төрки йәштәренең музыкаль ижады конкурс-фестивалендә 1-се урынға Ҡырғыҙстандан Курал Чокоев менән Ҡырымдан Гүзәл Моратова; 2-се урынға Ҡырғыҙстандан Айбек Саралаев менән Тыва Республикаһынан Аржаана Куулар; 3-сө урынға Азербайжандан Улькер Алиева менән Башҡортостандан Зилиә Бәхтиева лайыҡ булды. Махсус приз - Ислам Сатыров (Ставрополь крайы) менән Айдаш Барынмааға (Тыва), Абай Әмирханов исемендәге диплом Мерген Тельденовҡа (Алтай), "Төрки традицион сәнғәтен популярлаштырғаны өсөн" дипломы Тюргэн Камға (Силәбе өлкәһе), "Традицияларға тоғролоҡ өсөн" дипломы Людмила Тукан (Молдова) менән Алымжан Абдуллаевҡа (Ҡаҙағстан) тапшырылды.
Автор: Дилбәр ХӘКИМОВА.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
ЕҢЕҮСЕҺЕ ҠАЙҘАН? Башҡортостандан!
ЕҢЕҮСЕҺЕ ҠАЙҘАН? Башҡортостандан!
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө