Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Еңмеш» фильмы еңеүҙәре
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 27 март 2012
«Еңмеш» фильмы еңеүҙәре
Режиссер Айнур Асҡаровтың «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән ҡыҫҡа метражлы «Еңмеш» фильмы «Свирский миф» (Рәсәй) һәм «Кинодиалог стран Брикс 2012» (Һиндостан) фестивалдәренән еңеү менән ҡайтты. Унда ул Гран-приға һәм «Иң яҡшы ир-егет роле өсөн приз»ға лайыҡ булды. (Төп ролде Хәйбулла районының Аҡъяр мәктәбендә уҡыусы Ғәлимйән Мәмбәтов башҡара).
Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидение университеты студенты, Хәйбулла районы егете Айнур Асҡаровтың «Еңмеш» фильмы быға тиклем дә ҙур уңыштар яулағайны. «ПитерКит» студент киноһы фестивалендә иң уңышлы эштәрҙең береһе тип табыла, «PROвзгляд-2011» конкурсында «Иң яҡшы оператор эше» номинацияһына эйә була, VII Ҡаҙан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм тип таныла. Әммә йәш режиссерҙың яулаған үрҙәре былар менән генә сикләнмәй. Йәш режиссер ошо фильмы менән Францияның Канны ҡалаһында үткән 64-се халыҡ-ара кино фестивалендә ҡатнашты. Башҡорт кинематографияһы тарихында быға тиклем осрамаған күренеш был.
Яҙғыһын «Еңмеш» фильмы Македония, Сербия, Франция, Испания һәм Германия илдәрендә конкурстарҙа ҡатнашасаҡ.
Әлеге ваҡытта Айнур Асҡаров Санкт-Петербургта «Беҙ ҡол түгел» ҡыҫҡа метражлы фильмын төшөрөү өҫтөндә эшләй.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө