Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Эдип батша» премьераһы үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 03 октябрь 2012
«Эдип батша» премьераһы үтте
Күптән түгел Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең 93-сө ижад миҙгелен асты. Ғәҙәттәгесә, яңы миҙгел асыуға театр премьера спектакле әҙерләне. Софоклдың «Эдип батша» трагедияһы буйынса ҡуйылған тамашаның режиссеры – сценарист һәм режиссер Искәндәр Рәүф улы Саҡаев, рәссамы – Түбәнге Новгородтан Борис Шлямин. Төп ролдә – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев.
Ижад миҙгеле асылыу уңайынан театр алдында ойошторолған байрам концертынан һуң спектакль ҡарарға йыйылғас, сәхнә биҙәлешенә тамашасы бер аҙ аптырап ҡалғандай булды. Бер сәхнәлә төп ваҡиғаларҙың һәм иҫтәлектәрҙең параллель рәүештә барыуы, күңелгә үтеп инерлек моң, маска кейгән персонаждар, ваҡиғалар үҫә барған һайын ярым-яланғас Сфинкстың сәхнә буйлап үрле-ҡырлы һикерә-һикерә йүгереүе, ниҙер һамаҡлауы, ҡабатлауҙар… - барыһы ла серле, тулҡынландырғыс…
Премьераға ҡарата һәр кемдең үҙ ҡарашы булғандыр. Кемдер күргәненән ҡәнәғәт ҡалһа, икенселәр уйҙар шауҡымына бирелде. Йөҙ ҡат ишеткәнсе, бер ҡат барып ҡарау отошло, ти бит халыҡ. Һеҙ ҙә премьера спектаклен килеп ҡарай алаһығыҙ.
Сираттағы ҡуйылышы – 9 октябрь.
Сығанаҡ:
«Шоңҡар» журналы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө