Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Эх, ҡымыҙы, ҡымыҙы!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Эх, ҡымыҙы, ҡымыҙы!
Күгәрсен районында халҡыбыҙҙың боронғо эсемлеген әҙерләүсе оҫталар йыйыны үтте. Башҡортостандың төрлө төбәктәрендәге ҡымыҙ бешеү рецепттары бер урында тупланды. Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылы эргәһендәге аҡланда республиканың алдынғы йылҡысылыҡ хужалыҡтары, фермерҙар, хатта шәхси ихатаһында йылҡы малын көтөүселәр йыйылды. Конкурстың төп маҡсаты ҡымыҙ бешеү оҫталарын бергә туплау.
Баймаҡ районынан Иҫәновтар сейәле, баланлы, еләкле ҡымыҙҙы алып килгән. Милли эсемлек тәмен улар боронғо рецепттар буйынса Башҡортостанда үҫкән емеш-еләк һәм үләндәр менән байытып әҙерләй.
Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми тикшеренеү институты иһә баһалама ағзалары иғтибарына оҙаҡ йылдар барған фәнни эҙләнеүҙәргә нигеҙләнгән яңы эсемлек - баллы ҡымыҙҙы тәҡдим итте. Татлы алтын, милли эсемлектең һаҡлау ваҡытын оҙайта тигән фекерҙә институт етәксеһе Әмир Ишемғолов.
Ҡымыҙ бешеү оҫталары ярышы менән бер рәттән йылҡы көтөүселәре көс һынашты. Өйөрҙө дөрөҫ туплау, сыбыртҡы, мал көтөү ҡоралдары менән файҙаланыу оҫталығы ла баһаланды.
Конкурста ҡатанашыусылар шулай уҡ Тәүәкән ауыл хужалығы предприятиеһының алдынғы тәжрибәһе менән дә яҡындан танышты. Йылҡысылыҡ фермаһында улар заманса ҡорамалдар ярҙамында ҡымыҙ бешеү алымын үҙләштерҙе.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө