«Эх, тимерҙән түгел шул күңелем!..»

«Эх, тимерҙән түгел шул күңелем!..»
Бөгөн Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ артисы, «Ирәндек моңдары», «Яҙғы моңдар», «Татар йыры» абруйлы йыр бәйгеләре лауреаты Азамат Тимеровтың концерты үтәсәк. 20 йыл сәнғәттә, ижадта, сәхнәлә туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр, тырышлыҡтар, әлбиттә, һөҙөмтәһеҙ ҡалмай, профессиональ дәрәжәһен күтәреп, халыҡ һөйөүен, хөрмәтен яулай. Ул бөгөн бик күп тамашасыларҙың яратып, оло ихтирам менән ҡабул иткән халыҡ артисы – Азамат Тимеров.
Йырсының ижадында булған еңеүҙәр, тамашасыларҙың күңелендә һаҡланған йырҙар менән бер рәттән һуңғы йылдарҙағы яңы әҫәрҙәре, яңы йырҙары, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Нәсимә Тимерова менән башҡарыуындағы дуэттар яңғыраясаҡ. Йыр - моңға бай булған был кисәлә тамашасылар өсөн сюрприздарға ла урын буласаҡ. Коцертта артистың ижадташ дуҫтары: Урал Мортазин, Светлана Батыршина, Сибәғәт Яруллин, Марсель Сәйетовтар ҡатнаша. Тамашаның режиссеры – Сулпан Асҡарова, сценарий авторы – Зөһрә Бураҡаева. Концертҡа рәхим итегеҙ! «Башҡортостаандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb