Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Екатеринбургта башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 10 апрель 2012
Екатеринбургта башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте
Екатеринбургта Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуға арналған X төбәк башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте. Уны Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы ярҙамында Свердловск өлкәһенең Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы, «Уралмаш» халыҡ ижады һарайы, Свердловск өлкәһе башҡорттары үҙәге һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ойошторҙо. Силәбе журналисы Динә Нафиҡова билдәләүенсә, Силәбе өлкәһе Башҡорт йәштәре иттифағының бер активисы Инвир Хисаметдинов концерт режиссеры булған.
Фестиваль Свердловск, Силәбе өлкәләренән һәм Башҡортостандан йөҙгә яҡын башҡорт ижади коллективын йыйҙы. Һәр сығышты тамашасылар дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алды. Башҡортостандан «Карауанһарай» фольклор-эстрада төркөмөнөң сығышы тамашасы күңеленә айырыуса хуш килде.
Байрам артистарға – почет грамоталарын, ә ойоштороусыларға рәхмәт хаттарын тапшырыу менән тамамланды. Өлкәнең Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Тимур Сафиуллин да был почетлы наградаға лайыҡ булды.
— Әлеге сараны ойоштороусыларға тейешле баһа биреү зарур, сөнки Свердловск өлкәһендә йәшәүсе башҡорттар күп түгел, — тип билдәләне ул. – Быға ҡарамаҫтан, фестиваль юғары кимәлдә үтте, зал тулы булды. Силәбелә лә ошондай кимәлдә фестиваль үткәреү өсөн уларҙан өйрәнәһе нәмәләр күп.
Уның фекеренсә, бындай саралар халыҡҡа башҡорттарҙың ил тарихында ҡатнашыуы тураһында ғына һөйләмәй, улар башҡорт һәм рус халыҡтарын берләштереүсе мөһим фактор ҙа булып тора.
Сығанаҡ:
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө