Эстрада йондоҙҙары ҙур хәйриә концертында сығыш яһай

Эстрада йондоҙҙары ҙур хәйриә концертында сығыш яһай

Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы сиктәрендә 11 ноябрҙә Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында республиканың музыкаль сәнғәт йондоҙҙары ҡатнашлығында ҙур концерт буласаҡ, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында «Байтул Мал» фонды директоры Артур Нәсибуллов.

Яҡланмаған ҡатлам вәкилдәренең, тәү сиратта, балаларҙың ихтыяждарына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү, шулай уҡ бизнес-берләшмәне хәйриә ярҙамына дәртләндереү – ижади кисәнең төп маҡсаты.

Тамашасылар алдында Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Илмир Ғәзизуллин, Рәүилә Мәсәлимова, Азамат Ғафаров, Рөстәм Ғиззәтуллин, Наил Шәймәрҙәнов, Геннадий Родионов, Радик Юлъякшин, Алһыу Ғәлина, МС Баш, «Бүреләр», «VIA Чаппа», «Арғымак» һәм башҡа популяр артистар сығыш яһаясаҡ.

Артур Нәсибуллов һүҙҙәренсә, концерттан алынған аҡса ҡышҡы каникулдарҙа балалар ялын ойоштороуға, социаль приюттарҙа тәрбиәләнеүселәргә кәрәкле инвентарь һатып алыуға йүнәлтеләсәк.

— Концерт ойоштороуға беҙ төрлө дини һәм йәмәғәт ойошмаларын, бизнес вәкилдәрен, киң мәлүмәт сараларын, дәүләт эшмәкәрҙәрен йәлеп итәбеҙ, — тине ул. – Был кисә республика халыҡтарының дуҫлығына, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең тағы ла яҡшырыуына булышлыҡ итергә тейеш, шулай уҡ етем балаларға, инвалидтарға, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ғәмәлдә ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк.

Автор: Тимур Рәхмәтуллин

«Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb