Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Ете ҡыҙ” һоҡландырҙы!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
“Ете ҡыҙ” һоҡландырҙы!
Таныш булмаған ҡалаға аяҡ баҫҡас та иң беренсе нимә күҙгә салына? Әлбиттә, урамдарҙың күркәмлеге, йорттарҙың үҙенсәлекле булыуы. Шулай уҡ сәнғәт әҫәрҙәре, һәйкәлдәр иғтибарҙы йәлеп итеүсән. Был йәһәттән ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары уңайынан Башҡортостанға донъяның төрлө тарафынан киләсәк мәртәбәле ҡунаҡтарҙың баш ҡалабыҙ Өфөнөң матурлығына ҡарап һоҡланырына тамсы ла шик юҡ.
Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һынландырылған дәү скульптура, бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмуллаға, әҙәбиәтебеҙҙең ғорурлығы Мостай Кәримгә, атаҡлы композитор Заһир Исмәғилевкә һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәребеҙгә ҡуйылған һәйкәлдәр ҡаршылай уларҙы.
Ошо көндәрҙә тағы бер ҡыуаныслы ваҡиғаның шаһиты булдыҡ: Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры менән “Каруанһарай” сауҙа-эш комплексы биналары араһындағы Театр скверында “Ете ҡыҙ” исемле фонтан асылды. Тантанаға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, депутаттар, Өфө ҡалаһы хакимиәте етәкселәре лә килгәйне.
Киске сәғәт туғыҙ тулыр-тулмаҫтан скверға күпләп йыйылған халыҡ алдында Башҡортостандың йәштәр симфоник оркестры сығыш яһаны, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Ете ҡыҙ” ҙа ҡушылған концерт программаһын тәҡдим итте. Милли көйҙәр йөрәктәрҙе елкендерҙе, кешеләрҙе күңеле менән тарих төпкөлөнә үтеп инергә мәжбүр итте.
“Ете ҡыҙ” – музыкаға көйләнгән фонтан. Ул кисен төрлө яҡлап өҙөп-өҙөп яҡтыртылғас, ситтән ҡарағанда ҡыҙ һындары хәрәкәтләнеп, бейеү башҡарғандай. Башҡорт риүәйәтенең йөкмәткеһен аңлатыу маҡсатында фонтан янындағы ҙур экрандан Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сығышы бирелә, шулай уҡ республикабыҙҙың төрлө күренештәре сағылыш таба. Өфөләге һыулы һәм музыкаль иң ҙур архитектура ҡоролмаһының скульпторы – Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахманов.
Фонтан атыла башлауы булды, ҡойоп ямғыр яуырға кереште. Кейеменең еүешләнеүенә ҡарамаҫтан, халыҡ таралышырға ашыҡманы. Ғәҙәттә, яуым-төшөмдө беҙҙә изгегә генә юрайҙар.
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ, шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:
– Был, һис шикһеҙ, сал тарихыбыҙҙы сағылдырған, хәтерҙә оҙаҡ һаҡлана торған күренеш. Баш ҡаламды милли колоритлы һәйкәлдәр һәм фонтандар биҙәүе – күптән көтөлгән хыялыбыҙҙың тормошҡа ашыуы. Ошо йүнәлештә артабан да шатлыҡлы ваҡиғаларға өмөт итәбеҙ.
Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө