Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерты үтте

Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең  концерты үтте
Башҡортостанда ғына түгел, ә сит илдәрҙә лә киң билдәле Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең 18 декабрҙә, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында концерты үтте.
Башҡорт хореографик сәнғәтен ситтәргә танытыусы ансамбль бөгөн Рәсәйҙә иң данлыҡлы коллективтарҙан һанала. Ғәскәров исемендәге ансамбль башҡорт бейеүҙәренән тыш, Рәсәй халыҡтары бейеүҙәрен дә башҡарыусы Рәсәйҙәге берҙән-бер бейеү коллективы. Әленән-әле төрлө фестивалдәргә махсус ҡунаҡ рәүешендә саҡырып тороуҙары ла ғәскәровсыларҙың хатта донъя мәҙәниәтендә үҙ урыны булыуы тураһында һөйләй.
Тамашасылар һәр ваҡыттағыса яратҡан бейеү ансамблдәрен бик йылы ҡаршыланы. Бигерәк тә Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Мөлөков башҡарыуында «Төнъяҡ амурҙары» бейеүе, шулай уҡ күмәк башҡарыуҙа «Ечилан кизилгул» уйғыр бейеүе, рус, татар халыҡ бейеүҙәре тамашасы күңеленә хуш килде.
Киләһе йыл Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле өсөн тағы ла мөһимерәк ваҡиғаларға бай булмаҡсы. ХХ быуаттың бөйөк хореографы, Рәсәй һәм донъя бейеү сәнғәтенә ҙур өлөш индереүсе Фәйзи Әҙһәм улының тыуыуына 100 йыл тулыуға арналасаҡ. Милли сәнғәтебеҙ, милли менталитетыбыҙ, башҡорт академик бейеүен башҡарыу традициялары нигеҙендә һалынған бейеүҙәр бар донъя халыҡтарын һоҡландырып ҡына ҡалмаясаҡ, ә халҡыбыҙ күңелендә лә ғорурлыҡ тойғолары уятасаҡ әле.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb