Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Фәлсәфә галереяһы» исемле күргәҙмә асылды
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 20 январь 2012
«Фәлсәфә галереяһы» исемле күргәҙмә асылды
Баш ҡала Профсоюздар йортонда билдәле яҡташыбыҙ, философ-рәссам Фларит Зарифовтың «Фәлсәфә галереяһы» тип исемләнгән тәүге күргәҙмәһе асылды. Авторҙың абстракт күҙлек аша сығып яҙылған ижад емештәре берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Тормошто, матурлыҡты, гармонияны ул геометрик фигуралар ярҙамында асып бирә. Фларит Зарифов һөнәре буйынса Хәрби-диңгеҙ флоты проектлаусыһы. Әммә уның күңеле һәр саҡ ижадҡа тартыла, фәлсәфәүи һүрәт төшөрөү менән шөғөлләнә. Уның аннотациялары тормошто төптән фекерләп яҙылған. Бәлки шуға күрә лә ябай кеше уны тәү ҡараштан аңлап та етмәй, ти Республика Профсоюздар ойошмаһы рәйесе Әмирхан Сәмирханов. Үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ танылыу яулаған авторға, 1996 йылда Татарстанда уҙған конференцияла заман ғалимдары 20 быуат Аристотеле тигән маҡтаулы исем бирә. Сәнғәт менән фәлсәфәне берләштереп яңы горельеф йүнәлешенә нигеҙ һалған яҡташыбыҙҙың эшен халыҡ дөрөҫ ҡабул итеренә иманыбыҙ камил ти күргәҙмәлә ҡатнашыусы Әминә Дәминева. Әлеге көндә авторҙың 300 ашыу хеҙмәте һәм китаптары билдәле. Юғары маҡсаттар менән йәшәгән яҡташыбыҙ күптән түгел төп хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында Өфөгә ҡайта. Ул баш ҡалала фәлсәфә үҙәге бинаһын төҙөп, башлаған эшен тотош ил кимәленә танытыу теләге менән яна.
Розалиә Йәнбәкова
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө