Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Фән усағының 80 йыллыҡ юбилейы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 08 июнь 2012
Фән усағының 80 йыллыҡ юбилейы
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты башҡорт халҡының тарихын, телен, мәҙәниәтен һәм фольклорын өйрәнеү, һаҡлау, таратыу буйынса ҙур эш алып бара.
Бөгөнгө көндә институтта бөтәһе ете бүлек эшләй: тел ғилеме, әҙәбиәт ғилеме, фольклористика, этнология, археология, хәҙерге тарих, тарих һәм мәҙәниәт тарихы. Һәр бүлектең үҙ йүнәлештәре бар.
Институт халыҡтан йыйған байлыҡты халыҡҡа ҡайтарыу менән шөғөлләнә. Экспедицияларға йыл да сығып олатай-өләсәйҙәренән ҡалған изге ҡомартҡыларҙы йыялар. Милләтебеҙгә бәйле барлыҡ сығанаҡты (ҡулъяҙмаларҙы ғына түгел, халыҡ ижадын, һөйләштәрҙе, диалекттарҙы) йыйып, баҫтырып сығарыу уларҙың төп эше.
80 йыл эшләү дәүерендә күп томлы «Башҡорт әҙәбиәте тарихы», «Башҡорт теле һүҙлеге», «Башҡорт халҡының антропологияһы» «Башҡорт халыҡ ижады», «Әҙәбиәт тарихы», «Әлшәй фольклоры», «Дәүләкән фольклоры», «Борай фольклоры» «Башҡорт халҡының килеп сығышы», «Башҡорттарҙың туғанлыҡ системаһы» һ.б. китаптар сыҡҡан. Бөгөнгө көндә институт «Башҡорт теленең академик һүҙлеге» өҫтөндә эшләй. Ике томы сыҡҡан, бөтәһе 10 томда буласаҡ.
Институттың ҡулъяҙмалар һәм иҫке китаптар фонды бар. Фондта ете мең тирәһе ҡулъяҙма һәм иҫке китап тупланған, унда хатта XIV быуатҡа ҡараған ҡулъяҙмалар бар. Был яҙмаларҙың барыһы ла ғәрәп графикаһы менән яҙылған.
Халҡыбыҙҙың милли хазинаһы булып торған ойошма быйыл үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан 21 – 22 июндә V Бөтә Рәсәй төркиәт конференцияһы уҙғарыла. «Урал – Алтай: быуаттар аша киләсәккә» тип исемләнгән мәртәбәле форумда танылған ғалимдар ҡатнашасаҡ.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө