Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Фәниә Чанышева: «Бөгөн мин йәшлек менән осрашам»
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Фәниә Чанышева: «Бөгөн мин йәшлек менән осрашам»
Бөгөн, 12 март, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала билдәле шағирә Фәниә Чанышеваның «Хәтерҙәге яҡты миҙгелдәр» тип аталған китабының исем туйы үтте. Сараға Ф.Мостафина исемендәге 20-се гимназия уҡыусылары, БДУ студенттары һәм әҙибәнең ижадын һөйөүселәр йыйылды. Бик бәхетле минуттар кисерәм, сөнки мин йәшлек менән осрашам, тип башланы һүҙен Фәниә Ғафар ҡыҙы. «Был китап байтаҡ ғүмеремде алды. Унда үҙем яҡшы белгән, бергә ижад иткән замандаштарым, ҡәләмдәштәрем хаҡындағы хәтирәләрем тупланған», - тине ул.
Әйтергә кәрәк, был китап Фәниә Чанышеваның 11-се ижад емеше. Популяр баҫманың үҙенсәлеге шунда – ул ике өлөштән тора: беренсеһендә иҫтәлектәр, мәҡәләләр урын алһа, икенсе өлөшө шағирәнең тормош иптәше, шулай уҡ билдәле шағир Ғилемдар Рамазанов менән бер-береһенә бағышланып яҙылған мөхәббәт шиғырҙары тупланған. Ҡыҙҙары, бөгөнгө көндә билдәле журналист Гөлшат Ҡурамшинаның атаһы хаҡындағы хәтирәләре күптәрҙе уйландырыр.
Китаптың мөхәррире Динә Мырҙаҡаева үҙенең сығышында: «Мәҙәниәт йылында матур сараға йыйылдыҡ. Кеше тураһында яҙыр өсөн, күңел киңлеге, кешене яратыу кәрәк, Фәниә апайға был сифаттар хас», - тип белдерҙе.
Ысынлап та, был китап әҙәбиәт һөйөүселәргә матур бер бүләк булыр.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан шағирәнең ижадына һәм тормошона арналған күргәҙмә эшләнгән. Кисәнең матур бер өлөшө булып Ғилемдар Рамазановтың һәм Фәниә Чанышеваның радио фондынан алынған шиғри шәлкемдәрен тыңлау булды.
Фотогалереяға күсергә
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө