Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Филармония ижад миҙгелен япты
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Филармония ижад миҙгелен япты
Кисә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 75-се ижад миҙгелен ябыу айҡанлы ҙур байрам концерты уҙҙы. Коцерт «Юбилей экспресы» тигән үҙенсәлекле исем аҫтында үтте. Ысынлап та, исеме есеменә тап килде – ижади поезд тамашасыны филармония тарыхының иң әһәмиәтле ваҡиғалары буйлап йөрөттө.
Концерт халҡыбыҙҙың мәшһүр йырҙары менән асылды. Тамашасы Азамат Тимеров, Марсель Ҡотоев башҡарыуында «Әрме», «Сибай» йырҙарын тыңлап кинәнде, республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған, ижад юлын тап филармонияла башлаған Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡарыуында «Гөлнәзирә» бейеүен ҡарап дәртләнде.
Ижади поезд елеп кенә барманы, ә «Тамырҙар», «Халыҡсан», «Ретро», «Хор», «Джаз» кеүек туҡталыштарҙа туҡтаны, тамашасыны тарих төпкөлөнә ташланы,уйландырҙы, моңландырҙы. Концерттың үҙенсәлеге хаҡында ла әйтеп үтке килә: тере экрандарҙа филармония үҫешенә тос өлөш индергән легендар шәхестәр – Хөсәйен Әхмәтов, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Сөләймән Абдуллин, Фәриҙә Ҡудашева, Ильфак Смаков, Ғәле Хәмзин, данлыҡлы Кәтүк менән Бағана, Радик Гәрәев, Таһир Сәйфуллиндарҙың тере һындарын, хатта сығыштарын ҡарау мөмкинселеге булды. Сәнғәт оҫталары барыһы ла тере тауышҡа йырланы, йыр-моңға һыуһаған тамашасы күңеленә был айырыуса хуш килде, һәр сығыштарҙы «Афарин!» ҡысҡырып оҙаттылар.
Бер һүҙ менән әйткәндә концерт бер тында үтте, хатта етмәй ҡалды. Киләһе осрашыуҙар теләп, күтәренке кәйефтә таралышты сәнғәт һөйөүселәр.
Фотогалереяға күсергә
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө