Фильмдарҙа - башҡорт мәҙәниәте

Фильмдарҙа - башҡорт мәҙәниәте
«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Һөйәнтөҙ», «Башҡортостанда Ислам үҫеше», «Еңмеш»... Башҡорт кино сәнғәтенә яңы таҫмалар даими туплана бара. 
Тыуған ауылында үҙ студияһын булдырған режиссер Айгиз Ғабдуллин яңы киңлектәр яулауын дауам итә. Был юлы тамашасы хөкөмөнә "Мораҙым хан" тип исемләнгән тарихи фильм тәҡдим итте. «Мораҙым хан» фильмы Яныбай Хаммматовтың «Ҡара яу» әҫәренә нигеҙләнеп яҙылған ҡыҫҡа метражлы кино. Ваҡиғалар 1380 йылдарға барып тоташа. Башҡорттарҙы яуға күтәреү ниәте менән Мораҙым хан сәфәр сыға. Шунда үҙенең йәшлек мөхәббәте Зөлхизә менән осраша. Фильмдың Әбйәлил районының Буранғол ауылында төшөрөлөүе лә юҡҡа түгел, сөнки тап ошонда – Мораҙым туғайындағы йәйләүҙә булған, тиҙәр, тарихыбыҙҙағы был ваҡиғалар. Кино төшөрөлгән төбәк менән егерь Айбулат Оморҙаҡов таныштыра. Ул Мораҙымдың тән һаҡсыларының береһе булып уйнай. Төп ролдәрҙе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Гөлнара һәм Илсур Ҡаҙаҡбаевтар башҡара. Шулай уҡ улар араһында мәктәп уҡыусылары, студенттар ҙа бар. Әйткәндәй, ағалы-ҡустылы Айгиз һәм Илгиз Ғабдуллиндарға тәүге уңыш ,,Алмабикә,, фильмын төшөргәс йылмая. Фильмда ауыл мәктәбенең тормошо, ғаилә мөнәсәббәттәре, мәңгелек ҡиммәттәр сағылыш таба. «Мораҙым хан» фильмына боронғо башҡорттарҙың милли кейемдәрен Әбйәлилдең Туйыш ауылы оҫтабикәһе Сулпан Заһретдинова теккән. Уларҙы һүрәттәргә ҡарап тектем, ҡайһы бер деталдәрен «Сыңғыҙхан» фильмында күргән кейемдәргә оҡшатырға тырыштым, ти тегенсе. Ҡыҫҡа метражлы фильм Альбина Шәмсетдинованың "Башҡорт улына" исемле йыры менән оҙатыла бар. Ул йыр иһә республиканың бар башҡорт йәштәренең гимнына әйләнгән. Башҡорт халҡына дан йыры әле булһа ла йырлана килә һәм киләсәктә лә тынмаҫ. Был һүҙҙәрҙе «Мораҙым хан» фильмы авторҙары: ағалы-ҡустылы Айгиз һәм Илгиз Ғабдуллиндар, драматург Радик Өмөтҡужин дәллиләй. Башҡорт киноһы сәнғәте артабан да үҫәсәк, камиллашасаҡ, тигән өмөтләнә улар. Ә инде дөйөм хеҙмәт емешенә баһаны тамашасы телевидение экрандарына сыҡҡас та бирә ала.
 Азат Ғәлиуллин
 «БСТ» сайтынан

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb