Флорид Бүләков – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы!

Флорид Бүләков – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы!
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов указына ярашлы билдәле драматург, Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Дәүләт премияһы лауреаты, Республиканың С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт хеҙмәткәре Флорид Бүләков Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исем алды.
Флорид Миннула улы 1948 йылдың 23 февралендә Мишкә районында тыуған. 20 ашыу пьеса, тәүге башҡорт сериалы авторы. Күренекле драматургтың әҫәрҙәре 150 ашыу театрҙарҙа сәхнәләштерелгән.
Яҙыусыға эшендә уңыштар теләйбеҙ! «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb