Фото төшөрөүселәр, һеҙҙең өсөн!

Фото төшөрөүселәр, һеҙҙең өсөн!

Рәсәйҙең Журналистар союзы «Минең илем» халыҡ-ара фотоһүрәттәр конкурсы башланыуы хаҡында хәбәр итә.

Бәйгелә донъяның төрлө илдәрендә йәшәгән фото төшөрөүселәр ҡатнаша ала, уларҙан бер һүрәт йәки фотолар тупланмаһы ебәреү талап ителә. Эштәр «Кешеләр», «Пейзаждар», «Объекттар» номинацияларында баһаланасаҡ, әммә фото төшөрөүсе үҙенең тыуған илен генә түгел, үҙ күҙҙәре менән күргән, күңеле түрендә урын алған тарафтарҙы ла яҡтырта ала. Фото оҫталарының профессиональ һәм һәүәҫкәр булыуы ла ихтимал, йәш сикләүе юҡ. Конкурсҡа фотолар 2012 йылдың 15 авгусына тиклем ҡабул ителә. Төплөрәк мәғлүмәт менән Рәсәй Журналистар союзы сайтында танышырға мөмкин.

«Башҡортостан» гәзитенән

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb