Фәйзи Fәскәров исемендәге VI төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивале

Фәйзи Fәскәров исемендәге VI төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивале
18-20 майҙа Өфөлә Фәйзи Fәскәров исемендәге VI төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивале үтәсәк. Сара Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәровтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. 
Фестиваль Башҡортостан, Урал hәм Волга буйы төбәктәрендә үҙешмәкәр хореографик сәнғәттең үҫешен пропагандалау, халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең художество кимәлен күтәреү, ижади йәштәрҙең халыҡ хореографияhына ҡыҙыҡhыныуын арттырыу маҡсатында БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ф. Fәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тарафынан ойошторола. 
Фестивалгә тәҡдим ителгән бейеүҙәр балетмейстерҙың постановка эше, хореографик әҫәрҙе сәхнәгә сығарыу үҙенсәлеге, башҡарыу оҫталығы, артистизм, сәхнә мәҙәниәте, коллективтың мөмкинлегенә репертуарҙың тап килеүе, бейеүҙе сәхнәгә сығарыу сараларының йөкмәткегә hәм әҫәрҙең художестволы образына тура килеүе буйынса баhаланасаҡ. 
Фестивалдә гран-при, I, II, III урындар hәм лауреат, бер дипломант исеме биреләсәк hәм конкурстың иң шәп балетмейстер эше билдәләнәсәк.  
Фестивалде асыу тантанаһы һәм конкурс Ф. Fәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле бинаhында, ә Гала-концерт һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтәсәк. 
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb