Башҡортостанда легендаға әйләнгән йырсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашева тыуыуына 15 декабрҙә 95 йыл тулды. Уның һоҡландырғыс ижады милли сәнғәтебеҙҙә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы һәм башҡорт эстрадаһы үҫешенә ҙур йоғонто яһаны. Ошо уңайҙан респуликабыҙҙа күп мәҙәни саралар үткәрелде. 14 декабрҙә, йырсы йәшәгән йортта (Октябрь революцияһы урамы, 9 адресы буйынса) мемориаль таҡтаташ асыу сараһы, кискеһен - «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Фәриҙә Ҡудашеваның иҫтәлегенә һәм ижадына бағышланған ҙур тамаша үтте.
Халыҡ Фәриҙә Ҡудашеваның яҡты иҫтәлегенә арналған кисәгә йыйылды. «Фәриҙә моңо йәшәй беҙҙең йөрәктә» тип исемләнгән концерт программаһы милли сәнғәтебеҙгә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған, үҙенә генә хас башҡарыу оҫталығына эйә булған йырсыбыҙҙың яратып башҡарған йырҙарҙан төҙөлдө. Билдәле шәхесебеҙгә арналған концертты Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова һәм күрше Татарстандан республикаһынан килгән ҡунағыбыҙ Роберт Мөғәллим улы Миннулин асты.
Тәжрибәле режиссер Ғәлимйәнов Илшат һәм сценарий авторы Зөһрә Фәйзуллина етәкселегендә әҙерләнгән тамашала тамашасылар һөйөүен яулаған филармония йырсылары Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Флүрә Килдейәрова, Башҡортостандың халыҡ артисткалары Әлфиә Юлсурина менән Римма Амангилдина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткалары Миңзифа Исҡужина менән Рәфисә Әсәҙуллина, йырсы ветерандарыбыҙ Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Мәғәриф Әхмәҙиев менән Рәис Вәғизов, ҡурайсылар – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рушан Биктимеров һәм башҡалар ҡатнашты.
Бәхти Ғайсиндың Фәриҙә Ҡудашеваға булған һөйөү емеше булып тыуған “Гел генә”, ”Яратам мин һинең көлөүеңде”, “Ике аҡҡош” йырҙары Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Лилиә Ишемйәрова, «Нур» татар дәүләт театры солистары Дамира Сәйетова менән Гөлназ Мөхәмәҙиева, йәш талантлы йырсылар Зилиә Бәхтиева менән Айгиз Ханов башҡарыуында яңғыраны.
Тамашасы һәр бер артисты көслө алҡышланы, рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне. Концерт бер тында, бер һулышта үтте. Тамашасы күңеленә үтеп инерлек итеп башҡарыусы, сихри тауышлы Фәриҙә Ҡудашеваның ижад юлы һоҡланыу ҡатыш табыныу хисе тыуҙыра…
Филармония үҙенең сәнғәт әһелдәрен онотмай, уларҙың хәтер кисәләрен үткәреү матур бер йолаға әүерелгән. Фәриҙә Ҡудашеваның йырҙары һәм моңо халыҡ күңелендә йәшәйәсәк, күңелдәрҙе илаһи моң менән мәңге тулыландырып торасаҡ.
… Һинең йырҙы, һинең моңдо тыңлап,