Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Фәриҙә Ҡудашева һәм Бәхти Ғайсиндың яҡты рухына арналған кисә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 31 октябрь 2012
Фәриҙә Ҡудашева һәм Бәхти Ғайсиндың яҡты рухына арналған кисә
3 ноябрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында "Фәриҙә йыры, Бәхти моңо йәшәй беҙҙең йөрәктә" исемле Фәриҙә Ҡудашева һәм Бәхти Ғайсиндың яҡты рухына арналған кисә уҙасаҡ.
Легендар йырсы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артискаһы Фәриҙә Ҡудашева һәм композитор, аккордеонсы һәм ионикасы, халыҡ көйҙәрен эшкәртеүсе, уларҙы пропагандалаусы РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Бәхти Ғайсинды республикала белмәгән кеше бик һирәктер.
Бәхти Ғайсин һәм Фәриҙә Ҡудашева исемдәре менән йыр-моң төшөнсәһе айырылмаҫ төшөнсәләр.
Бәхти Ғайсин күп кенә әҫәрҙәрен үҙенең яратҡан тормош иптәшенә, ғүмер буйына тормош юлында терәк булған Фәриҙә Ҡудашева йоғонтоһонда, уның өсөн ижад иткән. Уларҙың ҡайһы берҙәрен һанап үтәйек: «Ниңә гелән, иркәм», «Гел генә», «Бөгөлә ҡайын» (Ш. Биҡҡол һүҙҙәре), «Һаубуллашыу йыры», «Һары һандуғас, ҡара ҡарлуғас», «Ярамайға ҡарамай» (Ә.Атнабаев), «Һуңлама, кил инде» (Рәғиҙә Янбулатова), «Яратам мин һинең көлөүеңде» (Әхмәт Йәркәй), «Ике аҡҡош» (Әхсән Баян), «Ҡара мыйыҡ».һ.б.
Фәриҙә Ҡудашева һәм Бәхти Ғайсин ижадына арналған кисәлә халыҡ араһында киң танылыу яулаған филармония йырсылары Нәзифә Ҡадырова, Әнисә Яхина, Азат Айытҡолов, Ғәли Алтынбаев, Зөлфиә Ҡудашева, Вәлит Илембәтов, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Радик Вәлмөхәмәтов, Римма Амангилдина, Лилиә Ишемйәрова, Венера Рәхмәтуллина, Искәндәр Ғәзизов һәм башҡалар ҡатнаша.
Билеттар 100-200 һум. Заказдар 250-77-42 телефоны буйынса ҡабул ителә.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө