Фәрзәнә Аҡбулатова ижад кисәһенә саҡыра

Фәрзәнә Аҡбулатова ижад кисәһенә саҡыра
26 ноябрҙә, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында, билдәле башҡорт яҙыусыһы Фәрзәнә Аҡбулатованың «Һомайғош юлы» исемле ижад кисәһе үтә. Әҙибәнең әҫәрҙәрен Йәштәр театры актерҙары Радмир Абдуллин, Аида Күлбаева, Шәһит Хамматов, Илгиз Таһиров, Илнур һәм Ләйсән Лоҡмановтар, Гөлбинә Сафуанова, Илнур Сәлимгәрәев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәғим Нурғәлин, Башҡортостандың халыҡ артистары Вәкилә Ҡалмантаева һәм Рәмилә Сәлимгәрәева, шулай уҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Фәнис Рәхмәтов уҡый. Фәрзәнә Фәтих ҡыҙының шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы танылған йырсы Нурия Абдуллина, Йәштәр театры актрисалары Гүзәл Әйүпова, Алтынай Хамматова башҡара. Юбилярҙың яҡташы — Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Ишморат Илбәков сығыш яһай. Сараны актерҙар Римма Ҡаһарманова һәм Рәмзил Сәлмәнов алып бара. Кисәнең режиссеры — Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Хөрмәтулла Үтәшев. Сара киске сәғәт 7-лә башлана. Инеү ирекле. Фәрзәнә Аҡбулатова — романдар, хикәйәләр, пьесалар, әкиәттәр, балалар өсөн шиғырҙар авторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы. Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Фәрзәнә Аҡбулатованың әҫәрҙәренә кешенең был ерҙәге тәғәйенләнеше, башҡорт халҡының яҙмышы хаҡында уйланыуҙар, тыуған ергә һөйөү тойғоһо хас. Фәрзәнә Аҡбулатова Хәйбулла районында тыуған. 1987 йылда Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлаған. «Совет Башҡортостаны» гәзитендә хәбәрсе, 1991 йылдан «Башҡортостан» ДТРК-ның «Ижад» берекмәһендә мөхәррир, комментатор, етәксе булып эшләй. 1996 йылда «Атай икмәге» тип аталған хикәйәләр йыйынтығы өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты булды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb