Гәзит — тәү сиратта уҡытыусының өҫтәл китабы

Гәзит — тәү сиратта уҡытыусының өҫтәл китабы

Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында сәнәғәт һәм мәҙәниәт үҙәге — Нефтекамала төрлө милләт халҡы бер ғаилә булып йәшәй. Бында “Башҡортостан” гәзитен ун ике йыл элек ни бары ҡырҡ кеше алдырһа, бөгөн меңдән ашып китте. Ҡалала гәзит уҡыусыларыбыҙ менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү оло байрамға әүерелде.

Башҡорт гимназияһындағы осрашыуҙа Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле шағир Хәсән Назар, танылған виртуоз ҡумыҙсы, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтарҙың ҡатнашыуы кисәгә рух өҫтәне. Сараға Нефтекама, Краснокама районының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, урындағы башҡорт ҡоролтайҙары вәкилдәре лә саҡырылды. Ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова тәүҙә Нефтекаманың социаль-мәҙәни тормошо менән таныштырҙы, милли матбуғат, шул иҫәптән республика баҫмаһының тотҡан урыны тураһында һөйләне.

— Бөгөн “Башҡортостан”дың төп эш йүнәлеше — гәзиттең сифатын күтәреү, — тине баҫманың баш мөхәррире Нияз Сәлимов. — Мәскәүҙең “һары” баҫмаларынан айырмалы, гәзитебеҙ тормоштоң ыңғай яҡтарын яҡтырта, проблемалы мәсьәләләрҙән, тәнҡиттән дә ситләшмәй. Милләт-ара татыулыҡ хаҡында даими яҙып барыусы баҫма ул. “Башҡортостан” — рухи хазинабыҙ. Ул тәү сиратта уҡытыусының өҫтәл китабы булырға тейеш. Балалар баҡсалары, кесе кластар өсөн “Тубырсыҡ” исемле махсус бит донъя күрә, гәзит уҡыусыларға ярҙам йөҙөнән юрист Таһир Мансуров эш башланы. Шулай уҡ “Өлгөрбай яҙмалары”н тергеҙҙек, ул ҡайһы бер булдыҡһыҙ етәкселәрҙе “ҡытыҡлап ала”, тәнҡит утына тота. Күптән түгел “Халыҡ тауышы” исемле яңы рубрика барлыҡҡа килде. Бында гәзит уҡыусыларыбыҙ яҙған хаттар, борсоулы мәсьәләләр урын аласаҡ.

Осрашыуҙа шулай уҡ бер үк һүҙҙәрҙең һүҙлектәрҙә ике төрлө сығыуы, телселәр хаҡында ла телгә алынды. Был йәһәттән арҙаҡлы шәхес, бөйөк ғалим Жәлил Кейекбаевтың хеҙмәте иғтибарға лайыҡ. Телгә лә, матбуғатҡа ла консерватив ҡараш булырға тейеш түгел. Уларҙың үҫеүе, төрләнеүе мотлаҡ.

Кисәлә гәзит тарихына бәйле викторина ла ойошторолдо, дөрөҫ яуап ҡайтарыусылар бүләк алды.

Хәсән Назарҙың сығышын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар.

— “Башҡортостан” гәзитенә яҙылығыҙ тип әйтеү һеҙҙе, башҡорт теле уҡытыусыларын, түбәнһетеү булыр ине, һеҙ үҙегеҙ генә түгел, башҡаларҙы ла артығыҙҙан эйәртергә тейеш, — тине шағир. Хәсән ағайҙың бөгөнгө заман, тыуған яҡ һәм фәлсәфәүи шиғырҙары һәр кемде әсир иткәндер, моғайын.

Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, ҡумыҙҙа уйнап, һәммәһен дә таң ҡалдырҙы. Талантлы егет, күп илдәрҙә сығыш яһап, донъяның иң оҫта ҡумыҙсыһы исеменә лайыҡ булған.

Баш мөхәрриргә һорауҙар ҙа күп булды. Мәктәптәрҙә башланғыс класс уҡыусыларына әсә телен өйрәтеүҙе туҡтатыу сәбәпле, байтаҡ башҡорт теле уҡытыусыларының эшһеҙ ҡалыуына борсолоу белдерелде. Уларҙың барыһы ла гәзит биттәрендә һөйләшеүгә саҡырылды, тиҙҙән баҫмала “Асыҡ дәрес” рубрикаһы булдырыласағы хаҡында хәбәр ителде.

Нефтекама дәүләт филармонияһы етәксеһе Рәйес Исмәғилев төп баҫма — “Башҡортостан”ға әүҙемерәк яҙылыуға өндәне.

Был осрашыу ысын мәғәнәһендә “Башҡортостан” гәзите көнөнә — үҙенсәлекле байрамға әүерелде. Нефтекама дәүләт филармонияһы йырсылары, ҡурайсылары сараны күркәмләтеп ебәрҙе. Нефтекамалар менән хушлашҡанда, ҡунаҡтар башҡорт гимназияһы етәксеһе Әлфиә Кәримоваға сараны үткәреүҙәге ярҙамы, ҡунаҡсыллығы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Ошондай уҡ осрашыу Яңауылда ла уҙҙы. Уны ойоштороуға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Зикаф Хужин күп көс һалды. Әйтергә кәрәк, “Башҡортостан”ға яҙылыуҙа яңауылдарҙың һынатҡаны юҡ.

Яңауыл ҡалаһынан һәм ауылдарҙан башҡорт теле уҡытыусылары, урындағы башҡорт ҡоролтайы вәкилдәре, ойошма етәкселәре килгәйне. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Ғилмиев, төбәктә республика матбуғаты, шул иҫәптән “Башҡортостан”дың таратылыуы, уларҙа район хаҡында донъя күргән мәҡәләләр, редакциялар менән хеҙмәттәшлек хаҡында һөйләне. Ҡунаҡтарҙың сығышынан һуң залдағылар гәзиттә сыҡҡан мәҡәләләргә ҡарата һорауҙарын бирҙе.

Автор: Марат Моратов

«Башҡортостан» гәзитенән

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb