Гөрләп торҙо баш ҡала

Гөрләп торҙо баш ҡала
12 июндә Өфөләр генә түгел, ҡала ҡунаҡтары ла өсләтә байрамды – Рәсәй, Ҡала һәм Салауат Юлаев көндәрен – ихлас күңелдән билдәләне. Тәбиғәт тә, тырыш халыҡҡа бүләк булһын тигәндәй, ҡояшлы, аяҙ көнө менән һәр кемде иркәләне. Байрам тантаналары иртә менән башланды. 
Тәүҙә Өфө ҡалаһының почетлы граждандары, ҡала Советы депутаттары Дуҫлыҡ монументына, Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалды. 
Ә Ленин урамы Мәскәүҙең Арбатын хәтерләтте: көндәгесә ығы-зығы юҡ, машиналарҙың тауышы ла ишетелмәй, шуға ла байрам күрергә килгән һәр кем үҙәк урамдан рәхәтләнеп атланы. Рәт-рәт булып теҙелгән тирмәләр, һатыу нөктәләре, кафе-ашханалар халыҡты үҙенә саҡырып, төрлө аш-һыу тәмләргә, республикабыҙҙың оҫталары тарафынан эшләнгән сувенирҙар һатып алырға өндәһә, сәнғәт әһелдәре, һәүәҫкәрҙәр йыр-моң, дәртле бейеүҙәре менән кәйефте күтәрҙе. Теләгән һәр кем шулай уҡ башҡорт ҡымыҙынан, буҙаһынан ауыҙ итте. Испаниянан килгән ғаилә лә башҡорт балын тәмләп, күстәнәскә тип, айыу һыны төшөрөлгән банканы һатып алды. 
Һөнәрселәр фестивале лә әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итә. Бында теләгәндәр һүрәт төшөрҙө, металдан төрлө һындар яһаны. Шулай уҡ совет осорондағы автомобиль сәнәғәтен кәүҙәләндергән ретро-автомобилдәр күргәҙмәһенә килеүселәр ҙә байтаҡ булды. 
Балалар тәмле туңдырма урынына һүрәт төшөрөүҙе хуп күрҙе, сөнки конкурсты ойоштороусылар тарафынан еңеүселәргә тос ҡына бүләктәр ҙә әҙерләнгәйне. Бынан тыш, улар йыр-бейеүгә маһирлығын да күрһәтте. 
Милли көрәш барған майҙанда халыҡ ифрат күп ине.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, өфөләрҙе байрам менән ихлас ҡотлап, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәргә, атап әйткәндә, урам һепереүселәргә торлаҡ сертификаты, “Иң яҡшы шәхси йорт” конкурсында еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Баш ҡаланың төрлө урындарында байрам саралары дәррәү үтте. Өфөләр, ҡала ҡунаҡтары М. Ғафури исемендәге ял һәм мәҙәни паркында “Минең ҡалам Өфө” исемле байрам концертын ҡарап ҡыуанһа, Урыҫ дәүләт драма театры майҙансығында “Берҙәмлек – Содружество” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашып, күңел асты. Йәштәр өсөн “Киләсәк ҡалаһы” арт-фестивале лә, “Эндорфин” урам театрҙарының сығышы ла күптәрҙең хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр. 
“Аҡбуҙат” ипподромында иһә Земфира менән “ДДТ” төркөмө концертына халыҡ күпләп йыйылды. 
Күркәм байрам Ленин исемендәге майҙанда фейерверк менән тамамланды.
Автор: Самат ҒӘЛИН
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb