2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Генерал-майор М.М.Шайморатовтың хәтер кисәһе
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 25 февраль 2013
Генерал-майор М.М.Шайморатовтың хәтер кисәһе
28 февраль 19.00 сәғәттә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор М.М.Шайморатовтың вафатына 70 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе уҙа.
Данлыҡлы 112-се кавалерия дивизияһы 1942 йылдың ноябрендә Өфөнөң Дим районында төҙөлә. Бөйөк Ватан һуғышында дивизияның 78 һалдаты Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
М.М.Шайморатов 1943 йылдың 23 февралендә батырҙарса һәләк була. 70 йыл үтһә лә, батырҙың үлеме һәм ҡаһарманлығы һаман да тынғылыҡ бирмәй, күп һорауҙар яуапһыҙ ҡала. Әле булһа ла уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелмәгән, был исемде юллау әлегә тиклем уңышһыҙ булды.
2012 йыл РФ Президенты тарафынан «Рәсәй тарихы йылы» тип иғлан ителгәйне, шуға ярашлы М.М.Шайморатовҡа Герой исемен бирҙертеү өсөн халыҡ акцияһы – ҡултамғалар йыйыу башланды. Бөгөнгө көндә 450 мең ҡултамға йыйылған, акцияға элекке союздаш республикалар ҙа ҡушылған.
Сара 112-се кавалерия дивизияһы музейы тарафынан үткәрелә. Унда дәүләт һәм йәмғиәт эшмәкәрҙәре, М.М.Шайморатовтың яҡташтары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, дивизия яугирҙарының туғандары һәм башҡалар ҡатнаша.
Программала: саҡырылған ҡунаҡтарҙың сығыштары, һәүәҫкәр һәм профессиональ артистарҙан торған концерт, патриотик клубтарҙың номерҙары. Шулай уҡ музей фойеһында М.М.Шайморатовтың тормошон һәм яу юлын яҡтыртҡан фотокүргәҙмә эшләйәсәк.
Өҫтәмә информация өсөн телефондар:
8(347)2275202, 2274777 Ғәйнуллина Илүзә Ишмөхәмәтовна, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы мөдире
89373652017 Рәжәпов Тимерйән Рәжәпович, «Һуғыш хәрәкәттәре ветерандар союзы» председателе. Сығанаҡ: Мәҙәниәт министрлығының мәғлүмәт үҙәге
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфөлә башҡорт әҙәбиәтенең көнүҙәк мәсьәләләре тикшереләсәк
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостан оҫталары Рәсәйҙәге абруйлы конкурста еңеүҙәр яуланы
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Стәрлетамаҡта билдәле ҡурайсы Азамат Асаиновтың юбилей кисәһе уҙҙы
Дүшәмбе, 24 ноябрь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө