Гитарала уйнап йырлаусыларҙың “Ҡош юлы” исемле Беренсе асыҡ конкурсы ябылды

Гитарала уйнап йырлаусыларҙың  “Ҡош юлы” исемле Беренсе асыҡ конкурсы ябылды
Бөгөн – 1 июнь. Йәйҙең тәүге көнө. Һәм Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Тағы ла?.. Бөгөн – Гитарала уйнап йырлаусыларҙың “Ҡош юлы” исемле Беренсе асыҡ конкурсы тамам.
Һөҙөмтәләр иҫ китмәле! Башланмыштан самалы ғына ниәттәр, баҫалҡы ғына пландар, һаҡ ҡына фараздар ине. Әммә… Ике ай эсендә 60-тан артыҡ кеше ҡулына гитара алды, ошо бәйгенең “битенә” 200-ҙән ашыу видеойыр эленде. Конкурс төрлө йәштәге, социаль сығышы йәһәтенән бар даирәне берләштергән 3000-гә яҡын кешене бер ҡорға тупланы. Ижади ярыш барышында уларҙың һәр береһе битарафлыҡтан арынып, ғәмһеҙлектән ҡотолоп үҙ фекерҙәрен әйтеп, теләктәрен, тәҡдимдәрен яҙып, бәйгеселәргә баһаларын биреп барҙы. 
Конкурсанттарҙың ижадына килгәндә, ошо ике ай эсендә күпме таланттар асылды, күпме йәш ижадсы үҙенең һәләтен күрһәтә алды… Иманыбыҙ камил, артабан уларҙың гитаралары бер ҡасан да туҙанға батып ятмаясаҡ. Башҡорт милли мәҙәниәтендә яңы йүнәлеш асылды – башҡорт бард сәнғәте. Эйе, тап шулай. Бәлки, был фекергә кемдер шикләнеп тә ҡуйыр. Ундайҙарға ошо “Ҡош юлы”ның барлыҡ видеояҙмаларын ҡарап сығырға тәҡдим итер инек…
Ижад йәһәтенән йәнә бер кәлимә: конкурсҡа тәҡдим ителгән йырҙарҙың жанр һәм тематик даирәләрҙең киңлеге аптыратты. Аптыратты ла ҡыуандырҙы. Хәйер, был хаҡта тулы анализ “Ҡош юлы” фестивалендә уҙасаҡ “түңәрәк өҫтәл”дә буласаҡ.
Әйткәндәй, конкурс ябылды, әммә ул тамамланманы… Бөтә йомғаҡтар, еңеүселәрҙе бүләкләү 9-11 июндә Ейәнсура районында уҙасаҡ “Ҡош юлы” фестивалендә булыр. Ике һорау тыуа.
Ни өсөн Ейәнсура районы?
Беренсенән, бард йәки автор йырының форматы тәбиғәтте, йондоҙло төндө, палаткалар һәм усаҡты күҙ уңында тоталыр. Ейәнсураның Оло Һүрәм исемле йылғаһы буйында тап шундай урын һәм шарттар бар.
Икенсенән, шарттар тураһында. 500 кеше йыйылған ерҙә тейешле уңайлыҡтар ҙа булырға тейештер бит. Йәғни сәхнә, аппаратура тоташтырыу өсөн электричество, тәртипкә килтерелгән һыу инеү урыны һәм башҡалары… Быларын булдырыуҙы башҡорт автор йырына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, экс “Ҡышҡы йәйғор” йырсыһы Нәжип Юлдашбаев үҙ өҫтөнә алды. Әйткәндәй, ул әлеге конкурс идеяһының “аталарының” береһе.
Өсөнсөнән, ҙур мегаполисҡа яҡында үткәрелгән сараларға йыш ҡына осраҡлы кешеләр ҙә йыйыла. Улар йә ваҡыттарын үткәрә алмағанға ҡаңғырып килеп сыға, йә мөмкинлектән файҙаланып күңел асып ҡалырға самалай. Ә “Ҡош юлы” энтузиастарҙы, рухлыларҙы, романтик күңеллеләрҙе генә йыя…
Кемдәр фестивалгә бара? Беренсенән, конкурсанттарҙың барыһы ла. Һәр хәлдә бара алғандары һәм барырға теләгәндәре. Икенсенән, беренсе тапҡыр үткәреләсәк был ижади байрамда һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Программа шул тиклем бай һәм төрлө. Бары тик үҙҙәре менән палатка, бер көнлөк ризыҡ, яҡшы кәйеф һәм күтәренке күңел алыу фарыз. Ә байрам шәп булмаҡсы…
Сығанаҡ: "Шоңҡар" сайты 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb