Афғанстан һәм Чечня һуғыштарын үткән ветерандар Өфөлә үҙенсәлекле концерт ойоштора. «Хәрби-патриотик автор йырҙары» фестивале тәүге тапҡыр уҙғарыла. Ул 2 декабрҙә «Конгресс- холл»да уҙасаҡ. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар советы етәксеһе Тимерйән Рәжәпов әйтеүенсә, сара 112 Башҡорт атлылар дивизияһы ойошторолоуға 70 йыл тулыуға арнала. Фестивалгә килеүселәр шулай уҡ хәрби конфликттар ҡорбандары иҫтәлегенә, Еңеү паркындағы мәңгелек утҡа сәскәләр һала. Сараға балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр ҙә саҡырылған.