Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында музыкант Рәжәп Вәдүтовтың юбилей кисәһе

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында музыкант  Рәжәп Вәдүтовтың юбилей кисәһе

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, үҙенсәлекле почерклы музыкант, төрлө яҡлы талант эйәһе Рәжәп Вәдүтовтың юбилей кисәһе үтәсәк.

Рәжәп Вәдүтов сығышы менән Учалы районы Бөйҙө ауылынан. Бала саҡтан музыкаға һөйөүе буласаҡ артисты Өфө музыка-педагогия училищеһына уҡырға алып килә, был уҡыу йортон уҡып бөтмәй, икенсе курсты тамамлағандан һуң Рәжәп Һамар ҡалаһына музыка-педагогия институтына ҡабул итеү имтихандары бирергә юлға сыға һәм мораҙына ирешеп ҡайта. 1968 йылдан 1972 йылға саҡлы ул юғары уҡыу йорто студентына әйләнә. Уны уңышлы тамалап, ҡулына диплом алғас, егет Учалы музыка мәктәбенә баян уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта.
Улар араһында хәҙерге көндә ошо уҡ музыка мәктәбе директоры, Р. Вәдүтовтың уҡыусыһы Тамара Осокина, Башҡорт дәүләт филармонияһының музыкаль етәксеһе Илшат Яхин да бар.

1973 йылдан, бөгөнгө көнгәсә Рәжәп Вәдүтов Башҡорт дәүләт филармонияһы музыканты. Ул үҙенең баянсы һөнәренә тоғро булып ҡала, уға етәксе вазифаларын да тәҡдим итеп ҡарайҙар, тик ул ризалашмай. Соло концерттары 1995 йылдан хәҙергә тиклем йыл һайын тиерлек, филармонияның кесе залында үтә. Күп кенә халыҡ-ара конкурстарында ҡатнашып, лауреат-дипломант исемдәре алған: 1998 йылда Австрияла уҙғарылған конкурста аккомпаниатор һәм импровизация номинацияһында лауреат; Санкт-Петербургта 2005 йылда Бөтә донъя баянсылар конкурстарында 4 урынды – дипломант исемен яулай; 2003 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙғарылған аккомпаниаторҙар конкурсында лауреат исеменә лайыҡ була.
1981-82 йылдарҙа Мәскәү һәм Ленинградта ике соло пластинкалары, 2000 йылда соло аудиокассетаһы донъя күрә һәм республика күләмендә бик күп ҡаҙаныштарға эйә була. Рәжәп Вәдүтовтың яңы ғына үҙенең эшкәртеүендә нотаға баҫылған “Сборник оригинальных обработок народных мелодий” исемле китабы донъя күргән. Ул урта һәм юғары музыка уҡыу йорттары студенттары өсөн дә һәм концерттарҙа уйнар өсөн әҫәрҙәр булып иҫәпләнә.

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы хеҙмәткәрҙәре исеменән Рәжәп Вәдүтовты күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ, артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!

«Башҡортостандың мәҙәниәт донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb