Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Халҡыбыҙ мәҙәниәте — үҙенсәлекле күргәҙмәлә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 24 сентябрь 2012
Халҡыбыҙ мәҙәниәте — үҙенсәлекле күргәҙмәлә
Силәбе ҡалаһы хакимиәте һәм өлкәнең йәмәғәт палатаһы Көньяҡ Урал баш ҡалаһының 276 йыллығына арналған VII ҡала ижтимағи-сәйәси вернисажын ойошторҙо. Унда, башҡа йәмәғәт берекмәләре менән бер рәттән, өлкә башҡорттары ҡоролтайы, башҡорт йәштәре иттифағы вәкилдәре лә ҡатнашты.
Башҡорт тирмәһе, ихатаһы, көнкүреш кәрәк-ярағы, милли аш-һыу сараға килеүселәрҙең иғтибарын шундуҡ йәлеп итте. Тирмә алдында ҡунаҡтарҙы йәштәр иттифағы ағзалары Инвир Хисаметдинов менән Маргарита Шатрова ҡаршыланы. Улар барыһын да сәләмләп, сәк-сәк менән һыйланы, Артур Фәхриев ҡурай тартып, халыҡтың күңелен күтәрҙе.
Башҡорт ҡоролтайы тирмәһенә Силәбе өлкәһе губернаторы урынбаҫары Игорь Мурог, ҡала хакимиәте башлығы Сергей Давыдов, уның урынбаҫары Игорь Лопаткин, Йәмәғәт палатаһы рәйесе Вячеслав Скворцов килде.
Ҡурған һәм Силәбе мосолмандары Диниә назараты рәйесе Ринат хажи хәҙрәт Раев менән Башҡортостандың Силәбе, Ҡурған, Төмән өлкәләрендәге вәкиле Амур Хәбибуллин сараның төп ҡунаҡтары булды.
Йыйылған халыҡ алдында өлкә башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Флүзә Ғайсина сығыш яһаны. Ул башҡорт тирмәһе, милләтебеҙҙең йолалары, шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышынан һуң Париждан “төньяҡ амурҙары” алып ҡайтҡан сувенирҙар, бүләктәр хаҡында һөйләне.
Игорь Мурог Флүзә Ғайсинаға рәхмәт хаты тапшырҙы.
Башҡорт йәштәре иттифағы ойошторған ер байлыҡтарына арналған фотокүргәҙмә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Наил Шәйҙуллин “Башнефть” селтәренең Силәбе өлкәһендәге “Регион” йәмғиәте исеменән “Йомарт төбәк — Силәбе” конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләне.
Өлкә башҡорттары ҡоролтайы был ойошманың генераль директоры Татьяна Гуганова менән Башҡортостан вәкиле Амур Хәбибуллинға оло рәхмәт белдерә. Шулай уҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Радик Баҡыевҡа, Руфат Йәлиловҡа, Марат Камаловҡа тирмә менән тәьмин иткән өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерә. Вернисаж силәбеләргә башҡорт мәҙәниәте менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге биргәндер тип ышанабыҙ.
Сығанаҡ:
"Башҡортостан"
гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө