Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Халҡына нур сәскән кеше»
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
«Халҡына нур сәскән кеше»
Йәмле яҙҙың 4 апрелендә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия университетында танылған фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Әхмәт Сөләймәновтың 75 йәшенә арналған тантаналы сара үтте. Әхмәт Мөхәмәтвәли улын ҡотларға Башҡортостандың төрлө төбәгенән уның коллегалары, яҡташтары, студенттары йыйылды.
Тантананы асып университет ректоры Рәил Әсәҙуллин Әхмәт Сөләймәновтың эшмәкәрлегенә оло баһа бирҙе: «Башҡорт филологияһы факультетының бөгөнгө көндә ысын мәғәнәһендә сәскә атыуында һеҙҙең өлөшөгөҙ ҙур. Һеҙ арымай-талмай эшләүегеҙ менән беҙгә үрнәк булып тораһығыҙ. Беҙҙең университетта хеҙмәт итеүегеҙ беҙҙең өсөн оло мәртәбә», - тине ул. БР Президент администрацияһы етәксеһе урынбаҫары Альберт Мифтахов уның юғары мәҙәниәтле кеше булыуын билдәләһә, БР Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаты, билдәле шағирә Йомабикә Ильясова ғүмерегеҙҙе рухи хазиналарҙы йыйыуға арнап оло абруй ҡаҙандығыҙ, тине.
Ҡотлау сәләмдәре менән шулай уҡ БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Валентина Латыпова, БР мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов сығыш яһаны.
Башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Самситованың башҡорт ир-егете ниндәй булырға тейеш тип һораһалар, Әхмәт Сөләймәнов кеүек, тиеүен тамашасы алҡыштарға күмде.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев халҡыбыҙ бәхетле, сөнки беҙҙең Урал батырыбыҙ бар, ошо гәүһәрҙәрҙе өйрәнеүсе, донъяға таратыусы ғалимдарыбыҙ бар, уларҙың иң абруйлыһы Әхмәтебеҙ бар, тип ғалимға оло баһа бирҙе.
Халҡына нур сәскән кешене Ҡоролтай рәйесе Румил Аҙнабаев «Ал да нур сәс халҡыңа» ордены менән бүләкләне.
Яҡташтары ла Әхмәт Сөләймәновты ҙурланылар. Район хакимиәте башлығы Бөрйәндә лә юбилей кисәһен үткәрергә тәҡдим итте. Ауылдаштары Әхмәт Мөхәмәтвәли улына халыҡ йырҙарын бүләк иттеләр.
Юбилей кисәһе БДПУ, БДУ һәм сәнғәт училищеһы студенттарының йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан ғалимдың ижад емештәрен туплаған күргәҙмә ойошторолдо.
Ысынлап та, төрки донъяһында оло ғалимдарҙың береһе, халҡыбыҙ аҡһаҡалының оло юбилейын билдәләнек. Уға булған сикһеҙ ихтирамды һәм һөйөүҙе зал тултырып килгән тамашасы һәм барлыҡ сығыш яһаусылар дәлилләне. Ил ағаһына иң мөһиме һаулыҡ теләйбеҙ! Юбилейың менән, аҡһаҡал!
Фотогалереяға күсергә
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө