Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Халыҡ хәтерендә уның яҡты йөҙө…
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 24 январь 2012
Халыҡ хәтерендә уның яҡты йөҙө…
Ихлас күңелле, дәртле йөрәкле кешеләр тормошто йәмләп, янындағыларҙың яҙмышын имләп тора кеүек. Улар менән донъя яҡты, сағыу тойола. Шундайҙарҙы театрҙа йыш осратыу ғәжәп түгелдер: сәнғәт өлкәһендә ҡайнап йәшәгәндәр йөрәктәре менән һәр ваҡыт йәш ҡала белә бит. Үҙенең тормошо, хеҙмәте, сағыу ролдәре менән халҡы күңелендә айырым урын биләгән БАССР-ҙың халыҡ артисткаһы Тәлиғә Бикташева әйтелгәндәргә асыҡ миҫал булып тора. Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы Бикташева 1911 йылдың 28 июлендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Арыҫлан ауылында (хәҙерге Шишмә районы) тыуған. 1932 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлай. 1930 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем Тәлиғә Бикташева М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уйнай. Cәхнәлә ул сағыу, үҙенсәлекле ролдәр тыуҙырыуға ирешә: Ҡарлуғас (“Ҡарлуғас”, Б. Бикбай), Көнбикә (“Би¬сәкәй”, А. Мөбәрәков), Мәрзиә (“Ул ҡайтты”, Ә. Атнабаев), Илбикә (“Әсә хөкөмө”, Ә. Атнабаев), Ксения (“Борис Годунов”, А. Пушкин), Мәстүрә (“Йырланмаған йыр”, М. Кәрим) һәм башҡалар. Актрисаның хеҙмәте 1955 йылда Мәскәүҙә уҙғарыл¬ған Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында юғары баһаға лайыҡ була. Ошо уҡ йылда Тәлиғә Бикташева − Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ә 1969 йылда Почет билдәһе ордены менән бүләкләнә. Бөйөк актрисаның тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, 29 ғинуарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Баязит Бикбайҙың музыкаль комедияһы буйынса әҙерләнгән “Ҡоҙаса” спектаклен уның яҡты иҫтәлегенә бағышлай. Заман¬даштары әйтеүенсә, Тәлиғә Бикташеваның яҙмышы ла йыр-моң менән үрелеп барған ошо спектакль кеүек сағыу, мең балҡышлы булған бит.
Рита Хәсәнова
«Йәшлек»
гәзите сайтынан
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Бүздәк районындағы китапхана Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтәсәк
Йома, 31 январь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө