Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
ХАЛЫҠ ЙЫРҘАРҺЫҘ... йыраусылыҡ булмаҫ
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
ХАЛЫҠ ЙЫРҘАРҺЫҘ... йыраусылыҡ булмаҫ
"Ижадхана" рубрикаһының бөгөнгө геройын барыһы ла башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы уникаль тауыш эйәһе, тип таный. Ошо моңло тауышы уны башҡорт эстрадаһының йәш башҡарыусылары араһынан айырып, хатта юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәреп тора кеүек. Халыҡ-ара, Бөтөн Рәсәй, республика конкурстары лауреаты, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Марсель ҠОТОЕВ менән уның ижады хаҡында ғына түгел, халҡыбыҙҙың мәңгелек йырҙары, уларҙың бөгөнгөһө, киләсәге тураһында әңгәмәләшәбеҙ.
Эх, һин, Бибинур!
Тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә сығып, халыҡ алдында йырларға баҙнат итеүемә быйыл 20 йыл. Был хәл 1994 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында булды, мин, 8 йәшлек малай, "Сулпылар" телевизион конкурсында ҡатнашып, "Бибинур" йырын йырланым. Бынан һуң күп йылдар үтте, тағы ла күркәмерәк сәхнәләрҙә баҫып торғаным, абруйлыраҡ бәйгеләрҙә ҡатнашҡаным булды, әммә минең ижади тормошомда "Сулпылар"ҙан да бөйөгөрәк һәм әһәмиәтлерәк ваҡиға юҡ. Балалар өсөн генә үткәрелһә лә, уны ойоштороусыларҙың ихласлығын һаман да хәтеремдә һаҡлайым, тап ошо конкурстан һуң мин йырсы булырға теләүемде аңланым.
Мәктәп данын яҡлап, районда төрлө конкурстарҙа күп ҡатнаштым, һәр хәлдә, Баймаҡ районында мине танып-ишетеп белеүселәр күп ине. Һуңғараҡ осорға килгәндә, 2004 йыл минең өсөн бик уңышлы булды. Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында үткәрелгән "Ирәндек моңдары"нда - Гран-приға, "Гәлсәр һандуғас" телевизион фестивалендә "Йыл асышы" номинацияһына лайыҡ булдым. Тамашасыға танылыу ошо фестивалдән һуң килде, телевидениенан күрһәтә башланылар, клиптар төшөрҙөк. 2010 йылда иһә беренсе тапҡыр Хакас республикаһында "Ут йыры" III Халыҡ-ара этник эстрада конкурс-фестивалендә еңеү яулап ҡайттым. Хәҙер инде халыҡ йырына әүерелгән Ишмулла Дилмөхәмәтовтың Салауат Юлаев һүҙҙәренә ижад иткән "Уралым" йыры барыһына ла оҡшаны. Һуңғы осорҙа ситкә йышыраҡ сығырға тырышам, сөнки был ижадсы өсөн шулай уҡ бик мөһим. Филармонияла эшләү дәүерендә бер тапҡыр ҙа айырым концерт биргәнем юҡ, апрель аҙағында тамашасыларымды концертыма саҡырырға ниәтләнәм. Әле шуға әҙерлек эштәре менән мәшғүлмен.
Заман үтер, йыр ҡалыр...
Заман башҡа, тип, заманға яраҡлашырға, кемгәлер ярарға тырышабыҙ. Әммә замандың заңына ла ҡарамай торған ҡиммәтәребеҙ бар беҙҙең. Әгәр ҙә бөгөнгө шоу-бизнес күҙлегенән эстрада йыры мәңгелек төшөнсәгә дәғүә итә алмай икән, халыҡ йыры бер ҡасан да бөйөклөгөн юғалтмаясаҡ. Шуға, ялған ҡиммәттәр уйлап сығармайыҡсы, һөҙөмтәлә, барыбер бер үк нәмәгә әйләнеп киләсәкбеҙ, тип әйткем килә. Бөгөн халыҡ йырҙарынан торған концерт эшләү төшөмлө түгел, тиҙәр, йәнәһе, тамашасы бындай концертҡа килмәйәсәк. Гастролдәрҙә йөрөгәндә мин бының киреһен күрәм. Бәлки, бынан бер нисә йыл элек халыҡ йырын тыңламайынса, тамаша залын ташлап сығып китеүселәр булғандыр, әммә бөгөн баянға, ҡурайға ҡушылып йырлағанды барыһы ла ярата. Халыҡ йыры - мәңгелек. Ул халҡымдың үткәне лә, бөгөнгөһө лә, киләсәге лә. Беҙ был йырҙарҙы шатлыҡта ла, ҡайғыла ла йырлаясаҡбыҙ әле. "Дуҫлыҡ моңо", "Оҙон көй" кеүек бәйгеләр барлыҡҡа килде, йәш башҡарыусылар күбәйә, тимәк, халыҡ йыры сәхнәләрҙә лә яңғыраясаҡ. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында барған "Башҡорт йыры" проекты оло табыш, күпме онотолоп ятҡан йырҙарҙы тергеҙҙе ул.
Халыҡ йырҙарын заманса аранжировкалауға ла ыңғай ҡарайым. Ритмға һалынған халыҡ йырын башҡарыуы еңелерәк, тип уйлаусылар барҙыр, әммә был улай түгел. Унан һуң, көйҙө аранжировкалағанда уны ҡыл-ҡумыҙ, башҡа уйын ҡоралдары ҡушып биҙәйһең генә, ә көй үҙенсә ҡала. Бөгөн бөтөн донъяла этникаға тартылыу көслө. Сөнки глобалләшеү шарттарында беҙ яйлап бер төрлөгә, бер милләткә әйләнә барабыҙ кеүек. Ә милли уйын ҡоралдарыбыҙ, халыҡ көйҙәребеҙ беҙҙе бына ошонан һаҡлап тора, башҡаларҙан айырып күрһәтә. "Арғымаҡ", "Сураман" кеүек фольклор төркөмдәренең сығышын ситтәр ҙә ярата, уларҙың сығышында халҡыбыҙҙың үҙенсәлеген таный.
Тауыш - Хоҙай бүләге
Йырсыға тауыштың Хоҙай тарафынан бирелгән оло бүләк икәнлегенә ышанам. Әгәр ҙә был өлөш һиңә яҙған икән, тауышың мотлаҡ халҡыңа хеҙмәт итергә тейеш - был яуаплылыҡты ла тоям. Эстрадаға ҡарағанда, халыҡ йырҙарын башҡарыу күңелемә нығыраҡ ята. Бала саҡта Абдулла Солтанов, Рамаҙан Йәнбәков, Сөләймән Абдуллин, Азамат Тимеровтарҙың яҙмаларын тыңлап өйрәнә инем. Әсәйемдең әсәһе йырланы, гармунда уйнаны, ул миңә байтаҡ йырҙар өйрәтеп ҡалдырҙы. Атайымдың атаһы Мәһәҙей ҡартатайым ғүмере буйы колхозда бригадир булып эшләгән. Ул йырҙың рухты күтәреү һәләтенә эйә булыуын яҡшы аңлағандыр, концерттар ойошторорға ла яратҡан. Уның кеүек "Илсе Ғайса"ны башҡарған кеше юҡ, тиҙәр ауылдаштарым. Әсәйем йырлай, гармунда уйнай, йәш сағында Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға ла ингән булған. Ауылын һағыныу көслөрәк булып сыҡҡанға, уҡыуын тамамламаған. Әле ул Буранбай ауылының "Гәүһәркәй" ансамблендә сығыш яһай. Атайым да моңло тауышлы, тик ул күберәк үҙе өсөн йырлай.
Дөрөҫөн әйткәндә, Баймаҡ районының Буранбай ауылында халыҡ йырын йырламаған кеше юҡ. Нимә сәбәпселер инде быға - ултырған урынымы, эскән һыуымы, әммә был сергә яуап юҡ. Хәйер, уныһы мөһим дә түгелдер, иң ҡыуандырғаны, буранбайҙар бөгөн дә шәп йырсы тигән данға тап төшөрмәй.
"Мин - Буранбай..."
Халыҡ йырын башҡарыусы һәр йырсы өсөн камиллыҡтың юғары сиге булып "Буранбай" йырын башҡарыу кимәленә етеү торалыр ул, моғайын. "Буранбай" - әлегә үҙем өсөн генә йырлана торған йыр булып тора. Әлегә тиклем уны сәхнәгә сығарғаным юҡ. Ҡурҡҡандан да, йырлай белмәгәндән дә түгел, иртәрәк, тип иҫәпләгән өсөн генә. Күптәр конкурстарға ошо йыр менән сығырға тырыша. Әммә "Буранбай" ул шундай диапазонлы йыр, уны еренә еткереп йырлау өсөн өйрәнергә лә өйрәнергә әле. Йырлағас, Абдулла Солтанов, Иншар Солтанбаевтар һымаҡ йырларға кәрәк уны.
Ижадыма яуаплы ҡарауым уҡытыусым Камил Абдрахман улы Вәлиевтан килә. Йырсының тәбиғи тауышын боҙмайынса, дөрөҫ ҡуйыуҙа, уны үҫтереүҙә уҡытыусының роле бик ҙур. Бөгөн тамашасы мине халыҡ йырҙарын башҡарыусы йырсы булараҡ һанлай икән, үҙем иһә уҡытыусыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Ул, ғөмүмән, студенттарға дөрөҫ йүнәлеш биреп, һәр яҡлап камиллаштыра белә. Сибай сәнғәт училищеһында уҡыған саҡта бәйгеләрҙә лә күпләп ҡатнаша инек, был көндәрҙе бөгөн дә һағынып хәтергә алам.
Шулай итеп...
Марсель Ҡотоевтың ижады тураһында телгә алып, тамашасы: "Ул бит халыҡ йырҙарын шәп йырлай!" - тип әйтә икән, йырсыға ҡарата төп оло баһа ошолор, моғайын. Ә кемдер уның йырлағанын ишеткәне юҡ, йәш башҡарыусының Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк тәүге ҙур концертына рәхим итһен. Халыҡ ҡоралдары милли оркестры, Эстрада-джаз оркестры ҡатнашлығындағы был тамаша 23 апрелдә буласаҡ. Концертта башҡорт халыҡ йырҙары менән бер рәттән, эстрада йырҙары, дуэттар, сит ил хиттары яңғыраясаҡ. Әйткәндәй, Марсель Ҡотоев үҙен билдәле иткән "Бибинур" йырын да башҡарасаҡ, уның менән бергә "Тамыр" студияһының йәш йырсылары сығыш яһаясаҡ.
Автор: Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө