ХАЛЫҠ БАЙРАМДАРЫН... халыҡ күтәреп алһын!

ХАЛЫҠ БАЙРАМДАРЫН... халыҡ күтәреп алһын!
БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, БР Милли музейы, БР Милли китапханаһы яңы бәйге иғлан итә. 1 апрелдән Башҡортостан Республикаһының мәғрифәтселәре һәм арҙаҡлы мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең шәжәрәһен төҙөү буйынса иң яҡшы шәжәрә төҙөүгә "Шәжәрә" республика конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды.
"Башҡортостан халыҡтары" дәүләт программаһы һәм БР Хөкүмәтенең "Башҡортостан Республикаһында "Шәжәрә байрамы" халыҡ байрамын үткәреү тураһында"ғы ҡарарына ярашлы ойошторолған был бәйге республиканың мәғрифәтселәре һәм мәҙәниәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу; ғилми-тикшеренеү, крайҙы өйрәнеү, этнография йүнәлешендәге эшмәкәрлекте әүҙемләштереү, йәш быуынды тикшеренеү һәм ғилми эшкә йәлеп итеү; ғаилә ижады йолаларын үҫтереүгә ярҙам итеү, үҫеп килеүсе быуында зауыҡ, әхлаҡ һәм рух тәрбиәләүҙә уның ролен көсәйтеү; йылъяҙмалар, эпостар, легендалар, милли байрамдар, йола уйындарын һаҡлау маҡсатында ойошторола. 
Иң яҡшы шәжәрә төҙөү буйынса республика конкурсы түбәндәге номинациялар буйынса еңеүселәрен билдәләйәсәк:
"Шәжәрәне ентекләп өйрәнгән өсөн";
"Иң тәрән тамырлы шәжәрә өсөн";
"Шәжәрә өйрәнеүҙә һәм төҙөүҙәге ғилми асыш өсөн";
"Шәжәрә төҙөүгә ижади һәм үҙенсәлекле ҡараш өсөн";
"Шәжәрә төҙөүҙә һәм уны күрһәтеүҙә заманса мультимедия программалары ҡулланыу өсөн".
Конкурс 1 апрелдән 15 авгусҡа тиклем өс этапта үтә:
I этап - һайлап алыу, район (ҡала) комиссияларына ғариза һәм материалдар тапшырыу (1 апрель - 25 май).
II этап - материалдарҙы Республика эксперт комиссияһы ҡараясаҡ (1 июнь - 30 июль). Ғаризалар һәм материалдар Республика халыҡ ижады үҙәгендә "Иң яҡшы шәжәрә төҙөүгә республика конкурсы ойоштороу комитетына" тигән билдә менән 30 июлгә тиклем ҡабул ителәсәк. 
III этап - конкурс еңеүселәре "Шәжәрә байрамы" Республика халыҡ байрамында ҡатнашасаҡ. 
Байрам 2013 йылдың 29 сентябрендә Ҡырмыҫҡалы районында үтәсәк. Байрам сиктәрендә түңәрәк ҡорҙар, тарихи урындарға сәйәхәттәр, үҙешмәкәр артистар бәйгеһе, ҡул эштәре күргәҙмәһе, оҫталар йәрминкәһе лә көтөлә. Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 289-65-50. Яуаплы - Аҡсурина Фәнисә Ғәлләнур ҡыҙы.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb