Халыҡ ижады шишмәләре

Халыҡ ижады шишмәләре
Салауат музыка колледжында 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған “Халыҡ ижады шишмәләре” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы булды. Унда халыҡ ижадын өйрәнеү мәсьәләләре ҡаралды. Сарала билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре, илебеҙҙең төрлө төбәгенән ижади коллективтар, бейеү ансамблдәре лә ҡатнашты. 
Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғанда “1812 йыл” тигән театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Салауат ҡалаһы йәмәғәтселеге исеменән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ишбулат Иҫәнбаев тәбрикләү сәләмен еткерҙе. Республика уҡытыу-методик үҙәгенең директоры Елена Сәғәҙәтуллина ла телмәр тотоп, сараның мөһимлеген һәм юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне. 
— Халыҡ ижадын өйрәнеү мәсьәләләре буйынса ғилми-ғәмәли конференция йыл һайын үткәрелә. Сараға әҙерлек етди булды, төрлө тарафтан билдәле шәхестәр саҡырылды. Улар — Свердловск өлкәһенең П. Чайковский исемендәге музыка училищеһы уҡытыусыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Светлана Жилинская, Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһы профессоры Лира Шутова, Халыҡ-ара аҡындар һәм дастансылар конкурсы лауреаты, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Рауил Рәхимов, — тип таныштырҙы ул. 
Конференцияның тәүге көнө сағыу концерт менән тамамланды. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡоловтың һәм Наил Ибәтуллин етәкселегендәге башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының халыҡ көйө “Зәйнулла”ны уйнауын, Октябрьский ҡалаһынан “Аяҙ” фольклор ансамбленең боронғо татар халыҡ бейеүен башҡарыуын, Розалия Солтангәрәеваның ҡобайыр әйтеүен, Учалынан “Ҡойон” бейеү ансамбле егеттәренең сығышын тамашасылар йотлоғоп ҡараны һәм көслө алҡышҡа күмде. 
Конференцияла үҙ эшенең оҫталары тәжрибә уртаҡлашты, студенттарға лекция уҡыны, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. 
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb