Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Халыҡ сәсәне” тергеҙелә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
“Халыҡ сәсәне” тергеҙелә
Башҡорттар борон-борондан сәсәндәре менән дан тотҡан. Халҡыбыҙ уларҙың һәр һүҙенә ҡолаҡ һалған, ихтирам иткән, сәсән һүҙе хаҡлыҡтың үҙе булып ҡабул ителгән.
Башҡортостанда берҙән-бер сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, һүҙ оҫтаһы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Асия Ғәйнуллина тарафынан Сибай ҡалаһында үҙ эсенә сәсәндәр мәктәбен алған “Урал батыр” үҙәге булдырыласаҡ.
Сибай сәнғәт колледжы 2015-2016 уҡыу йылына халыҡ ижады белгестәре әҙерләү өсөн бюджет нигеҙендә уҡыусылар ҡабул итергә әҙерләнә. Әлеге көндә был йүнәлештә эш башланған.
“Башҡортостандың халыҡ сәсәне” тигән исем 1944 йылда һуңғы тапҡыр Мөхәмәтша Буранғоловҡа бирелгән. Киләсәктә был йола тергеҙеләсәк.
“Урал батыр” үҙәге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә Башҡортостан, Яҡутстан, Тыва сәсәндәре ҡатнашлығында өзләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә, һөйләү оҫталығын үҫтереү йәһәтенән фәнни-ғәмәли конференция һәм Миәкә районында “Аҡмулла нәсихәттәре” фольклор байрамын ойошторорға ниәтләй. Шулай уҡ “Урал батыр” эпосы, ауыҙ-тел ижады буйынса саралар үтәсәк.
– “Урал батыр” эпосын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫына тәҡдим итеүҙе ҙур еңеү тип иҫәпләйем. Тимәк, уны донъя таный, – ти Асия Ғәйнуллина. – “Урал батыр” үҙәге иһә халҡыбыҙҙың аҫыл гәүһәрҙәрен таратыуға булышлыҡ итәсәк.
Автор: С. НӘЗИРОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө