Кисә яратҡан йырсыбыҙ Азамат Тимеровтың концерты булып уҙҙы! Башҡорт дәүләт филормонияһы залына халыҡ йырын һөйөүселәрҙе йыйғайны ул. Концерттың тәүге өлөшөн халыҡ йырҙарына бағышланы. «Ээээй! Күңелһеҙ булған икән…» тигән һөҙөмтә сығарырға ашыҡмағыҙ берүк. Театрлаштырылған тамаша булды ул: күп ҡатлы йорттоң мансардаһында рәссамдың оҫтаханаһы урынлашҡан. Бөтә ерҙә һүрәттәр. Һәм улар барыһы ла илебеҙ, телебеҙ тарихына барып тоташа. Эйе, рәссамдың бар булмышы – үткәндәр. Уға хатта мөхәббәт тойғоһо ла ят. Был хәл һөйгәне Нәсимәне осратҡансы дауам итә…