Халҡын күтәргәнде халҡы күтәрә

Халҡын күтәргәнде халҡы күтәрә
Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылы халҡы октябрь башында ҡунаҡтар ҡаршылау йолаһына өйрәнеп бөткән. Ауылдың тарихи исеме Бесәнсене Хоҙайбирҙин тип үҙгәртергә сәбәпсе булған, Башҡортостан Республикаһын ойоштороу башында тороусыларҙың алғы сафында барған күренекле дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнө алдынан был ауылда журналистика өлкәһендәге ошо премияға лайыҡ булған лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы үтә. Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһы булһа ла, журналистика өлкәһендәге был премия Хөкүмәт йортонда бирелмәй, ә иң тәүҙә үк баш алған йолаһына тоғролоҡ һаҡлап, йыл һайын Бесәнсе ауылында тапшырыла. Килгән ҡунаҡтар Шәһит Хоҙайбирҙиндың музейында булып, паркта лауреаттар аллеяһына ағас ултыртып, ауыл халҡы алдында сығыш яһауҙы йола иткән. Үҙ сиратында Хоҙайбирҙин ауылы халҡы ла республиканың төрлө мөйөштәренән йыйылған ҡунаҡтарға үҙҙәренең төйәген күрһәтә, уның тарихы менән таныштыра, ҡунаҡ итә. Республикала иң яҡшы тип танылған журналистарға ауылың һәм районың тураһында һөйләүҙең шунан да шәп юлы булыуы мөмкинме һуң?!
Быйыл Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһына «Аманат» журналының яуаплы сәркәтибе, шағир һәм яҙыусы Дамир Шәрәфетдинов, «Юлдаш» радиоһының алып барыусыһы Зөһрә Арсаева, Дүртөйлөнөң «Юлдаш» гәзите хәбәрсеһе Илдус Тимерханов менән Рәзифә Сәхәпова лайыҡ булды. Күгәрсен районында ла Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге район премияһы бар, ул быйыл «Күгәрсен хәбәрҙәре» урындағы гәзит хәбәрсеһе Тәлғәт Ишемғоловҡа бирелде.
Дамир Шәрәфетдинов менән гәзит уҡыусыларын таныштырып торорға кәрәкмәйҙер, ул — беҙҙең даими автор, шиғырҙары, мәҡәләләре баҫылып тора. Бынан тыш, уның күп яҡлы эшмәкәр икәнлеге мәғлүм: ул үҙе шиғырҙар, хикәйәләр яҙып ҡына ҡалмай, ҡәләмдәш дуҫтарының әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемәләү буйынса ла күп эш башҡара. Былтыр ғына ул төрки телле шиғриәтте урыҫ теленә тәржемәләү буйынса «Аҡ торна» халыҡ-ара бәйгеһендә еңеп сыҡҡайны. Ә Интернет киңлектәрен байҡаһағыҙ, башҡорт яҙыусыларынан иң тәүге һәм даими эшләп килгән сайттың да Дамир Шәрәфетдиновтыҡы икәнен күрерһегеҙ.
Журналист Зөһрә Арсаеваның тапшырыуҙарын «Юлдаш» каналын тыңлаған һәр кем яҡшы беләлер. Уның тапшырыуҙары алып барыусының яғымлы тауышы менән генә түгел, күтәрелгән мәсьәләләрҙең етдилеге, үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы булыуы менән дә йәлеп итә тыңлаусыһын. Әлеге ваҡытта икенсегә әсәй булырға йыйынған Зөһрә Арсаеваның Башҡортостан радиоһында эшләүе генә түгел, хатта тыумышы менән Асҡын районындағы Башҡортостан тигән ауылдан булыуы ла үҙенсәлекле һымаҡ. Дүртөйлөнән Илдус Тимерханов менән Саҡмағоштан Рәзифә Сәхәпова юғары исемгә «Баҙы буйы бөҙрә тал» тигән китап өсөн лайыҡ булды. Уларҙың оҙаҡ йылдар дауамында тупланған был китабында Саҡмағош, Дүртөйлө райондары аша ағып, Ағиҙелгә ҡойған Баҙы йылғаһының башынан аҙағына тиклем үтеп, йылғаның кешеләр тормошондағы әһәмиәте һәм кешеләрҙең йылға яҙмышына йоғонтоһо тураһында бәйән ителә.
— Һеҙ тотош республиканы бер итеп йөрөгәндә, был ауыл аша ла йыш үтеп китәһегеҙҙер, — тине наградаларҙы тапшырғанда Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов. — Ә хәҙер һеҙҙең был ауылда туҡтап китергә лә етди сәбәп бар: бында һеҙ ултыртҡан ағастар үҫәсәк. Әле һеҙгә тиклемге лауреаттар ултыртҡан ағастарҙың нисек күкрәп үҫеп ултырғанын күрәһегеҙ. Башҡарған эштәрегеҙ ҙә ошо ағастар һымаҡ, Шәһит Хоҙайбирҙиндың эштәре һымаҡ, килер быуындарҙың күңелендә яҡтылыҡ һәм йәшеллек булып йәшәһен.
Афарин, тип ҡушылабыҙ был һүҙҙәргә һәм ҡәләмдәштәребеҙҙе оло исемгә лайыҡ булыуҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb