Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Хамматов һабаҡтары» кисәһе үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 23 май 2012
«Хамматов һабаҡтары» кисәһе үтте
Һәр йыл Белорет ҡалаһының Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында «Хамматов һабаҡтары» тигән кисә уҙғарыла. Матур йолабыҙға әүерелгән был сарала уҡыусылар әҙиптең тормош һәм ижад юлына арнап гәзит сығара, альбом эшләй, викторина һорауҙарына яуап бирә, ғилми-эҙләнеү эштәрен яҡлай, әҫәрҙәрен тасуири уҡый, һүрәт төшөрә, инсценировка ҡуя. Гимназия директоры Зөлфиә Ғәлийәнова уны йылдан-йыл мауыҡтырғыс итеп үткәреү өсөн күп көс һала.
Был юлы ла асыҡ дәрестәр, кластан тыш тәрбиәүи саралар ҡаралғандан һуң, «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Яныбай Хамматовтың ауылдашы, Исмаҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зифа Ҡужаҡова слайдтар аша яҙыусы һүрәтләгән ер-һыуҙар менән таныштырҙы, Яныбай Хамматов ижадын үҙ күргән эшҡыуар Радик Мәхмүтовтың йылдың төрлө миҙгелендә уҡыусыларға сәйәхәт ойоштороуын һөйләне.
Яҡташтары иҫтәлектәре, тәьҫораттары менән бүлеште. «Хамматов һабаҡтары»нда БДУ профессоры Мирас Иҙелбаевтың ҡатнашыуы байрамыбыҙға йәм өҫтәне. Педагогик практика уҙған студенттар ҙа сығыш яһаны.
Я. Хамматовтың яҡты рухына бағышлап үткәрелгән байрам уның әҫәрҙәре күңелдәребеҙҙә икәнен, күҙ нурҙары тамған яҙмаларының уҡыусылары өсөн йәдкәр булыуын тағы бер ҡат раҫланы.
Автор: Зөһрә Үтәғолова ,
Белорет ҡалаһы« Иҙел башы» яҙыусылар берләшмәһе рәйесе
Сығанаҡ:
«Башҡортостан»
гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө