Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Хазинабыҙ сағыла был һүрәттәрҙә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 29 январь 2015
Хазинабыҙ сағыла был һүрәттәрҙә
Республиканың Милли музейында “Башҡортостандағы мәҙәни мираҫ объекттарының иң яҡшы фотоһүрәте” конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы булды.
Бәйгелә ҡатнашыу өсөн киң мәғлүмәт саралары фотохәбәрселәре, һөнәри һәм һәүәҫкәр фотографтар араһынан 50 ғариза, йәғни 200 һүрәт ҡабул ителгән. Төп шарт уларҙа тарихи, мәҙәни һәйкәлдәр, архитектура һәм археология өлгөләре сағылдырылырға тейеш булһа, маҡсат – йәмәғәтселектә мәҙәни мираҫҡа ҡарата һаҡсыл һәм ижади ҡараш тәрбиәләү.
Фотоһүрәттәрҙән ҡоролған күргәҙмәне асыу тантанаһында республика Мәҙәниәт министрлығының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге тарафынан әҙерләнгән “Башҡорт балы” концепцияһы, Өфөнөң яңыртылған һәм реставрацияланасаҡ объекттары, киләсәктә ҡала мөхитен биҙәү, камиллаштырыу эшенең планы менән таныштырҙылар.
Ике мөһим ваҡиғаны берләштергән сарала республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, “Боронғо Өфө” тарихи музей-ҡурсаулығы директоры Гәүһәр Батталова һәм башҡалар ҡатнашты.
Республика Хөкүмәтенең 2011 йылдағы ҡарары буйынса ойошторолған, бөгөн Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында эшләп килгән “Боронғо Өфө” музей-ҡурсаулығы баш ҡала үҙәгендә урынлашҡан “Өфө-2” ҡаласығын фәнни яҡтан өйрәнә, ҡурсалай. Был ғәжәп ҡомартҡы хаҡында 1953 йылда уҡ мәғлүм булһа ла, уның сиктәре бынан өс йыл элек кенә раҫланған, хәҙер иһә археологик майҙанда бер ойошма ла рөхсәтһеҙ төҙөлөш башлай, юл һала алмай.
Музей-ҡурсаулыҡта билдәле фән кандидаттары һәм докторҙары менән берлектә ойошторолған археологик экспедиция даими тикшеренеүҙәр үткәрә.
Автор: Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө