Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
"Хазина"лы Юлай ағай
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
"Хазина"лы Юлай ағай
Хисле бәндәләрҙең генә түгел, туң йөрәктәрҙең дә күңеленә асҡыс яратҡан, рухыбыҙҙы күтәргән мәшһүр ҡурайсы Юлай Ишбулды улы Ғәйнетдинов ошо көндәрҙә 60 йәшлек юбилейын билдәләне. Әлбиттә, ҡыуанысы һәм тиҫтә йылдар буйы туплаған халҡыбыҙ хазинаһы менән уртаҡлашыу өсөн ул тыуған Баймағына ашыҡты.
Тәүҙә Юлай Ғәйнетдинов район хакимиәте башлығы урынбаҫары Радмир Иҫәнбаев менән район китапханаһы директоры Луиза Дәүләтшина оҙатыуында Баймаҡ лицей-интернатында осрашыу үткәрҙе. Сәфәренең нәҡ ошо уҡыу йортонан башланыуы осраҡлы түгел ине. Лицей-интернатта көслө, берҙәм коллектив етәкселегендә милли рухлы, аҡыллы балалар тәрбиәләнә. Ҡунаҡты балалар ҡурай моңо менән ҡаршы алды. Лицей-интернат директоры Азамат Сәлихов уҡыу йорто, яуланған ҡаҙаныштар хаҡында бәйән итте. Юлай Ишбулды улы йылмайып: “Минең тормоштағы уңыштарымда һеҙҙең интернаттың өлөшө лә бар. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһына уҡырға ингәндә имтихандарҙы ошо бинала тапшырҙым. Яҙма эштәремде тыуған яғымдың көсөн тойоп эшләнем”, – тине.
"Хазина"лы Юлай ағай Артабан Юлай Ишбулды улы уҡыусыларҙың концертын ҡараны. Бигерәк тә ҡурайсылар ансамбленең сығышы күңеленә хуш килде.
Юлай Ғәйнетдиновтың халыҡ ижады үҙәгендә үткән юбилей кисәһенә кешеләр ҙур теләк менән йыйылды. Кисәне юғары кимәлдә алып барған китапханасылар Венера Ишбаева, Дилара Сәфәрғәлина һәм моңло тауышлы йырсыбыҙ Рауил Харрасов мәшһүр ҡурайсыбыҙҙың бала саҡ хәтирәләренә лә, йәшлек йылдарына ла, емешле хеҙмәт юлына ла ентекләп туҡталды.
Юлай Ишбулды улы шулай уҡ үҙенең ике туған Ғарифулла, Әҙеһәм ағайҙарының, Хөсәйен һәм Ғәтиәт олатайҙарының оҫта ҡурайсы булыуҙарын ғорурлыҡ менән хәтерендә һаҡлай. Әлбиттә, ошондай мөхиттә үҫеү уның өсөн эҙһеҙ үтмәй, йыр-моңға, ҡурайға һөйөү күңелендә мәңгелеккә урын ала. 1-се мәктәп-интернатта уҡыған йылдарында билдәле ҡурайсы Әҙһәм Исҡужиндан ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. Артабан Башҡорт дәүләт университетының математика факультетын уңышлы тамамлай. Бәлки, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, уңышлы белгес тә булып китер ине. Әммә милли йыр-моңобоҙ менән ҡыҙыҡһыныуы, халҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ рухи мираҫына һөйөүе уны икенсе юлдан алып китә. Ул студент йылдарында уҡ ҡурайсылар түңәрәген ойоштора. Артабан Өфөнөң 1-се мәктәп-интернатында, ҡала пионерҙар һарайында, Өфө авиация институтында ҡурай түңәрәктәре алып бара.
Шулай бер мәл Юлай Ишбулды улын данлыҡлы педагог Миләүшә Мортазина халыҡ йырҙары буйынса дәрес алып барырға саҡыра. Киң билдәлелек яулаған йырсылар Ғәли Хәмзин, Флүрә Килдейәрова, Тәнзилә Үҙәнбаеваға ла дәрестәр бирә. Үҙе йырсы булмаһа ла, халыҡ араһында әле таралмаған, концерттарҙа яңғырамаған боронғо йырҙарҙы йырлап, көйләп өйрәтә.
Юлай ағай ойошторған “Һорнай” балалар фольклор ансамбле лә мул емешле була. Был ансамблдән бик күп танылған ҡурайсылар, күренекле баянсылар һәм скрипкасылар үҫеп сыға.
Данлыҡлы ҡурайсы Кәрим Дияров менән осрашыу Юлай Ғәйнетдиновты сәнғәт донъяһына ғүмерлеккә ғашиҡ итә. Гүйә моң шоңҡары күккә сөйөлә. Кәрим Дияров тарихтары менән йөҙҙән ашыу йыр, көй яҙылған таҫмаларын Юлай ағайға ышанып тапшырып яңылышмай. Юлай Ишбулды улы бына инде 40 йылдан ашыу халыҡ йырҙарын, көйҙәрен йыйып, тапҡан гәүһәрҙәре киң яңғыраш алһын өсөн үҙ шәхси фонотекаһын булдыра. Хәҙер уның коллекцияһында халҡыбыҙҙың ике меңдән ашыу аҫыл ҡомартҡыһы: йырҙар, уларҙың тарихы, ҡурайҙа башҡарылған оҙон көйҙәр, бейеү көйҙәре, бәйеттәр. Башҡа бөтә байлыҡтарҙан да ҡиммәтерәк, һиммәтерәк был рухи байлыҡты йыйып, ҡәҙерләп һаҡлап, халыҡҡа таратыусы Юлай ағайҙың хеҙмәте, ысынлап та, баһалап бөткөһөҙ. Хөкүмәтебеҙ Юлай Ишбулды улының эшен юғары баһаланы. Ул юғары наградаларға – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына, “Башҡортостандың халыҡ артисы”, “Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән исемдәргә лайыҡ булды.
Шәхесте оло ижадҡа илһамландырыусы, ныҡлы терәге, әлбиттә, уның ғаиләһе. Ҡатыны Гүзәл Нәжиб ҡыҙы менән Айгөл исемле ҡыҙ үҫтерҙеләр. Ул атаһының юлын һайланы – әлеге көндә билдәле скрипкасы. Юлай ағай – өлгөлө ғаилә башлығы, абруйлы ҡайны, бәхетле олатай дәрәжәһенә өлгәшкән ир-уҙаман. Ейәне Азамат, ейәнсәре Мәликә — күңел йыуаныстары.
Ҡурай моңоноң икһеҙ-сикһеҙ мөмкинлектәрен тәрәнерәк аса барған талант эйәләре йәшәйешебеҙҙе балҡыта. Оло ҡурайсыларҙың традицияларын тиҫтәләрсә йәш ҡурайсы дауам итә. Илһөйәр, эшһөйәр шәхестең күп йыллыҡ хеҙмәтенең емеше булып “Ҡурай һәм ҡурайсылар” исемле китабы донъя күрҙе.
Юлай ағай “Хазина” тапшырыуында төбәгебеҙҙең зыялы, сәсән телле, йыр-моң һөйөүсе шәхестәре тураһында бик күп тапшырыу ҙа әҙерләп, эфирға сығарҙы. Халҡыбыҙҙың мәңге һүнмәҫ ҡурай моңо, йөрәктәргә үтеп инерлек йырҙары, шул йыр-моңдо йөрөтөүсе шәхестәре — үҙе бер оло ҡомартҡы ул. Әлбиттә, Юлай Ишбулды улы тыуған яҡтарына буш ҡул менән ҡайтмағайны. Ижади кисәһендә ошо ҡомартҡылар менән таныштырыуы баймаҡтар өсөн оло бүләк булды.
Кисәлә күренекле ҡурайсыны ауылдаштары, яҡын туғандары, район, ҡала мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ысын күңелдән тәбрикләне. Район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов күренекле яҡташтарыбыҙҙың традицияларына тоғро ҡалып, уларҙың изге эшен лайыҡлы дауам итеүе менән Баймаҡ яҡтарының данын күтәреүен, мәртәбәһен арттырыуын билдәләп, Юлай Ишбулды улына йүгәнле ат бүләк итте.
Юлай Ғәйнетдинов тыуған ауылы Таулыҡайҙа, Темәстә халыҡ менән осрашып, уларҙың йылы һүҙҙәрен ишетте. Барыһы ла мәшһүр ҡурайсының халҡыбыҙҙың ҡомартҡыларын артабан да арымай-талмай йыйыуын теләне. Эйе, атай-олатайҙарыбыҙҙың ҡиммәтле аманатын, күңел донъяһын беҙҙең көндәргә еткергән, йыр-моңдары, үҙҙәренең бөтә булмышы менән тормошобоҙҙо биҙәгән күренекле шәхестәр тураһындағы тапшырыуҙары өсөн яҡташыбыҙға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткергебеҙ килә. Һәр саҡ милләтеңде шулай данлап йәшә, Юлай ағай!
Автор: Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө