Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Хикәйәләр бәйгеһе
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 13 август 2012
Хикәйәләр бәйгеһе
Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем. Уларҙың әҫәрҙәре, артабанғы турҙа ҡатнашыу өсөн, Төркиәгә ебәреләсәк. Халыҡ-ара турҙы йомғаҡлау – 2012 йылдың ноябрендә. Еңеүселәрҙе бүләкләү Төркиәлә, 2012 йылдың декабрендә, уҙасаҡ. Башҡортостанда еңеүселәргә:
• I урынға – 500 $;
• II урынға – 300 $;
• III урын яулаусыға – 150 $
күләмендә премия билдәләнгән. Бәйгенең шарттары:
Конкурска ебәрелгән хикәйәләр почта йәки курьер аша ҡабул ителә. Бәләкәй конвертҡа исем-фамилияғыҙҙы, бәйләнеш координаттарын яҙып, фотоғыҙҙы һалып йәбештерегеҙ ҙә уны хикәйә тексы һәм электрон версияһы һалынған диск менән ҙурыраҡ конвертҡа һалығыҙ. Хикәйәлә һеҙҙең псевдоним торорға тейеш. Ошо шарттар үтәлмәһә, әҫәр бәйгелә ҡатнаша алмай. Диск эсендә лә авторҙың ысын исеме торһа, бәйгенең шарты боҙола һәм әҫәре конкурста ҡатнаша алмай. 1. Хикәйә бығаса бер конкурста ла ҡатнашмауы һәм матбуғатта баҫылмауы мотлаҡ.
2. Хикәйә темаһы ирекле, башҡорт телендә.
3. Жюри ағзалары һәм уларҙың яҡын туғандары конкурста ҡатнаша алмай.
4. Бер үк авторҙың ике хикәйә тәҡдим итеүе мөмкин.
5. Хикәйәнең күләме 0,5 табаҡтан 1,5 табаҡҡа тиклем.
6. Хикәйәләр 12-се шрифт менән 1,5 интервалда компьютерҙа баҫылып, 6 данала ебәрелә. Электрон версияһы дискыға һалынырға тейеш.
7. Ҡулъяҙмалар авторға кире ҡайтарылмай һәм рецензиялан¬май.
8. Бәйгелә еңгән хикәйәләрҙең авторлыҡ хоҡуҡтары Евразия Яҙыусылар союзыныҡы һаналасаҡ. Халыҡ-ара турҙа еңеүселәр өсөн премия түбәндәгесә:
• I урын – 10 000 $;
• II урын – 7 500 $;
• III урын – 5 000 $;
• Дәртләндереү – 2 500 $. Иҫкәрмә: Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр конкурсы 25 төрки ил-республикала барасаҡ, һорауҙар булһа, редакцияға шылтыратырға кәрәк. Тел: 274-89-65 (яуаплы секретарь – Гөлназ Ҡотоева). Сығанаҡ:
«Ағиҙел» журналы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Хикәйәләр бәйгеһе!
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Яңылыҡтар
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Бүздәк районындағы китапхана Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтәсәк
Йома, 31 январь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө