Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Хоҙай биргән бүләктер
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Хоҙай биргән бүләктер
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы халыҡ байрам барған майҙан ҡапҡаһы янында ҡаршы алды, “Мираҫ” ансамбле “Бөрйән балы” тигән таҡмаҡ менән сәләмләне:
Бөрйән балы алтын бит ул,
Хоҙай биргән бүләктер.
Бөрйән тоҡомло бал ҡортон
Үрсетергә кәрәктер.
— Әйҙүк, ҡәҙерле ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙә байрам, оло байрам! Рәхим итегеҙ, маҡтап йөрөйһөгөҙ! Бөгөн Кинйәмырҙа ҡарт Морат ейәненә тамға тапшыра! – тигән һүҙҙәр яңғыраны.
Артабан килгән ҡунаҡтар, бала-саға, ат арбаларына ултырып, гармун уйнап йырлай-йырлай, тантана үтәсәк майҙанға – сәхнә алдына юлланды.Унда Ҡарт, Морат, егеттәр, ҡыҙҙар, инәйҙәр, малайҙар, Сибай филармонияһының, райондың өлгөлө “Осҡон”, “Ялҡын”, “Азамат”, “Арғымаҡ” бейеү, “Мираҫ”, “Умырзая” фольклор, “Мәсемташ” ҡурайсылар, “Иҙел” вокаль-инструменталь ансамблдәре ҡатнашлығында “Башҡорт балы — Бөрйән даны” тигән театрлаштырылған тамаша ойошторолдо.
Артабан “Бал балын әҙерләү” тигән композиция күрһәтелде. “Айыу туҡмау” күренеше лә бик ҡыҙыҡлы булды. “Бал балын тәмләү”ҙә ҡатнашыусылар, һамаҡтар әйтеп, ҡунаҡтарға, тамашасыларға бал тәҡдим итте:
Ҡурайҡайын алып, мөңөрәтеп,
Көй күтәрә башҡорт балаһы.
Көрәгәләр асып, билен быуып,
Ҡунаҡ һыйлай башҡорт балаһы.
“Башҡорт балы” хореография композицияһында ҡунаҡтарға, тамашасыларға кәрәҙле бал, үлән сәйе таратылды.
Бына сәхнәгә Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, ЮНЕСКО вәкиле Мунир Бушенаки һәм Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов күтәрелә.
— Һеҙҙе Бөрйән ерендә, арҙаҡлы Урал батыр илендә тәбрикләүемә бик шатмын. Президентыбыҙ һәр райондың үҙ байрамы булһын тигән фекерҙә. Был байрам ошондай йолаға әйләнһен ине, — тине Лилиә Салауат ҡыҙы, Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауын еткереп.
– Кисә Шүлгән мәмерйәһендә булдыҡ, кәңәшмә үтте. Һеҙҙең тарихығыҙҙың ни тиклем тәрән, мәҙәни ҡомартҡыларығыҙҙың боронғо икәнен белдек, күрҙек. Айырыуса быуындан быуынға тапшырыла килгән солоҡсолоҡ кәсебе хайран итте. Бөгөн балаларҙың, башҡа ҡатнашыусыларҙың сығыштарын һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ, — тине сит ил ҡунағы һәм башҡортсалап рәхмәт әйтте.
— Был этнофестиваль “Башҡорт балы – Бөрйән даны” тип аталһа, беҙ, бөрйәндәр, уны “Бөрйән балы – башҡорт даны” тибеҙ. Бөрйән балын бөтә ерҙә лә беләләр. Был изге кәсепте килер быуындарға тапшырыу мөһим. Киләсәктә лә, бөрйәндәр, бал ҡорттарынан үрнәк алып, улар һымаҡ бер төптән егелеп эшләйек, берҙәм булайыҡ. Шул ваҡытта илебеҙ ҙә ныҡлы булыр, телебеҙ ҙә һаҡланыр, — тип йомғаҡлап ҡуйҙы Рөстәм Шәрипов.
Байрамға йәм өҫтәп туғайҙың бер яҡ ситенән Белорет, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән райондарының тирмәләре теҙелеп киткәйне. Улар башҡорт йортона хас ҡул эштәре, һандыҡ өҫтөндәге сергетыштар, ҡорамалар, түшәктәр, аҫалы балаҫтар, селтәрҙәр менән оҡшаш булһа, йылҡысылыҡ, умартасылыҡ, солоҡсолоҡ кәсебен сағылдырған тамашалары һәм башҡа үҙенсәлектәре менән бер-береһенән айырылып торҙо.
Әбйәлилдәр ҡунаҡтарға кейеҙ баҫыу оҫталығын күрһәтте. Уларҙың ихатаһындағы һәр кейеҙ ҡабатланмаҫ, төрлө тематикаға ҡоролған һүрәттәр төшөрөлөүе менән үҙенсәлекле ине. Унда мөхәббәт, ҡатын-ҡыҙ образдары, тамғалар, 1812 йылғы француз яуы ла сағылыш тапҡан. Кейеҙ йорто етәксеһе Зөлфиә Мәхийәнова әйтеүенсә, республика кимәлендә семинарҙар һәм фестиваль үткәргәндәр. Әлеге көндә был йортта 15 уҡыусы бала һәм 15 ҡатын-ҡыҙ шөғөлләнә икән. Кейеҙ баҫыуҙың яңы алымдарын өйрәнеү маҡсатында улар Өфө, Ҡазан, Екатеринбург ҡалаларында уҙған семинарҙарҙа ла ҡатнаша.
Баймаҡ районының тирмәһе боронғо башҡорттоң йорт-ҡураһын һынландырҙы, йылҡысылыҡ кәсебенә арналды. Уларҙың биләмәһендә ат егеү өсөн кәрәк-яраҡ урын алғайны. Йылҡы итенән әҙерләнгән ризыҡтар, ҡымыҙҙың да төрлөһө, хатта емеш-еләк ҡушылғаны тәҡдим ителде. Бынан тыш, иң оҫта ҡатын-ҡыҙҙарҙың — Яңылбикә Ғарифуллина, Рауза Ғафарова һәм башҡаларҙың — ҡул эштәре күргәҙмәһендә һуғылған балаҫтар, селтәр, сигелгән алъяпҡыс, мендәр тыштары, ҡорамалар, милли кейемдәр, биҙәүестәр урын алғайны.
Белорет районы тирмәһендә лә эштәр ҡыҙыу барҙы. Улар башҡорттоң боронғо кәсебе — септә һуғыу йолаһын күрһәтте. Балаҫ һуғыусы, милли кейемдәр тегеүсе, кейеҙҙән ҡурсаҡтар эшләүсе Гөлсирә Салауатованың һәм Туризм үҙәге күргәҙмәләренән, ағастан һырлап яһаған төрлө сувенирҙарҙы, картиналарҙы һатыуға алып килгән шәхси эшҡыуар Дмитрий Бузовтың палаткаһынан да кеше өҙөлмәне.
Бөрйәндәр ошо ерлеккә хас солоҡсолоҡ, умартасылыҡ кәсебен күрһәтте. Биләмәлә район оҫталарының һәм 132-се һөнәрселек училищеһы уҡыусыларының ағастан һәм туҙҙан эшләгән сувенирҙары, тырыз, күнәк төрлө ҙурлыҡтағы батмандар, балаҫ һуға торған ҡоролма, ҡорот киптереү өсөн ылаш һәм башҡа боронғолоҡ бөркөп торған әйберҙәр урын алғайны. Шулай уҡ төрлө бал ризыҡтарын, үлән сәйҙәрен ауыҙ итергә мөмкин булды. Хужалар ҡунаҡтарға бауырһаҡ бешереүҙең нескәлектәрен өйрәтте.
Йыр-моң, театрлаштырылған тамаша менән бер рәттән конкурстар ҙа үтеп торҙо. Ҡунаҡтарҙы иң ҡыҙыҡһындырғаны солоҡсолар ярышы булғандыр. Был конкурста Бөрйәндән Басир Мостафин менән уның 10 йәшлек улы Флүргә етеүсе табылманы. Уның оҫта итеп ағас олононан үрмәләүе, солоҡсолоҡтоң бөтә нескәлектәрен белеүе, ә улының арҡатауға кәрәкле ҡорамалдарҙы оҫта итеп бәйләп ебәреүе күптәрҙе хайран ҡалдырҙы. Шулай уҡ йүкәнән еренә еткереп кирам үреүсе Әхтәм Иҫәнаманов та махсус приз эйәһе булды.
Түмәр умарта эшләүҙә Белорет, Мәләүез, Бөрйән райондары вәкилдәре ҡатнашты. Умарталарҙың сифатлы, оҫта, тиҙ арала яһалыуы баһаланды. Был бәйгелә лә бөрйәндәр һынатманы. Ғәлиәкбәрҙән Батыр Толомғужин менән улы Салауат беренсе урынға лайыҡ булды.
“Иң яҡшы умарта” номинацияһында еңеүсе – Мортаза Солтанғолов (Федоровка районы). “Иң тәмле бал” конкурсында бал тәме, еҫе, төҫө, төрө буйынса һайлап алынды. Бөрйән районының Ҡотан ауылынан “Ғәҙелшин” хужалығы тәҡдим иткән бал бөтә талаптарға ла яуап биреп, беренсе урынды яуланы. “Бал ризыҡтары” конкурсында урындағы йолаларҙы, рецептарҙы файҙаланып, балдан эшләнгән иң тәмле эсемлек, ризыҡ баһаланды. 23 төрлө аш-һыу әҙерләгән Роза Маликова (Бөрйән районы) тәүге урынды алды.
Район мәғариф бүлеге ойошторған ҡортсолоҡ уҡытыу-тәжрибә хужалығында йәш умартасылар араһында ла ярыш барҙы. Егеттәр-ҡыҙҙар рам эшләп, сым һуҙып, балауыҙ йәбештереү, ҡортто ҡарау, ҡышҡа әҙерлек, ҡорттарҙы төрлө ауырыуҙарҙан дауалау, ҡортсолоҡ ҡоралдарын ҡулланыу тәртибе, бал биреүсе үҫемлектәрҙең исемдәрен атау буйынса белемдәрен күрһәтте. Был конкурста Ғәҙелгәрәй мәктәбенән Ғәзиз Йомағужин еңеп сыҡты.
Балалар ҙа, ололар ҙа көршәк ватыу, таш күтәреү, көйәнтәләп һыу ташыу, ауыш бағанаға менеү, тоҡ менән һуғышыу кеүек милли уйындарҙа ихлас ҡатнашты.
Һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы сәхнә оҫталарын да, тамашасыларҙы ла ҡурҡытманы. Халыҡ фестивалдә ҡатнашҡан этнотөркөмдәрҙең сағыу сығыштарын ҡарап кинәнде. Бал байрамы үҙ маҡсатына өлгәште.
Автор: Т. БАҺАУЕТДИНОВА, А. АҠЫЕВА, А. ҒӘБИҘУЛЛИНА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө